Бал ҡорттарын ҡышлатыу – бик ауыр һәм яуаплы осор. Был ваҡытта улар әүҙемлеген юғалта, бик аҙ ғына туҡлана, эсәктәре эшләмәй. Умарталағы бал ҡорттары “тере өйөм” барлыҡҡа килтерә.
Бөгөн умарталарҙы стетоскоп йә иһә апископ ярҙамында тыңлап ҡарау мөһим булып тора. Умартанан килгән тигеҙ һәм тыныс геүләү буйынса бал ҡорттарының имен ҡышлауы тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин. Әгәр бал ҡорттарының тауышы саҡ ҡына сыға икән (япраҡтар ҡыштырлауына оҡшаш тауыш), тимәк, улар үҙ көсөн юғалта бара, тигән һүҙ һәм уларҙы өҫтәмә туҡландырырға кәрәк. Әгәр был файҙалы бөжәктәр артыҡ ныҡ гөж килһә йә иһә киреһенсә, тауыштары ишетелмәһә, ашығыс рәүештә проблеманың сәбәбен асыҡларға һәм хәл итергә кәрәк.
Бал ҡорттарын нимәләр борсорға мөмкин: кристаллизацияланған һәм ашау мөмкин булмаған бал; уларҙың эсе китеүгә сәбәпсе рәшә бал (япраҡ балы); инә ҡорттоң үлеүе; умарталағы “саҡырылмаған ҡунаҡ” (сысҡан, айырығойроҡ); аҙыҡ етмәүе.
Ҡышҡы осорҙа һәр бал ҡорто туҡлыҡлы матдәләргә мохтаж. Ваҡытында өҫтәмә туҡландырыу күсте һаҡлап ҡалыр, репродукциялылығын арттырыр, һәр ҡорттоң иммунитетын нығытыр. Ваҡытында эш итеү арҡаһында ныҡлы үрсем, күп бал алырға мөмкин.
Бының өсөн ҡуйы өҫтәмә аҙыҡ – канди (шәкәр пудраһы һәм балдан, өҫтәмәләрҙән яһалған ҡамыр) һөҙөмтәле. Уны, кипмәһен өсөн, полиэтилен пакетҡа, марляға йә иһә пергамент ҡағыҙға һалып, рамалар өҫтөнә ҡуйырға кәрәк. Бал ҡорттарының көсөн сахароза менән һаҡларға була, шулай уҡ уларҙы балһыҙ ҡалдырырға ярамай. Барлыҡ уңышты 2 өлөшкә бүлергә кәрәк: береһе – үҙегеҙгә, икенсеһе – бал ҡорттарына. Ҡыш буйына һәр күс 12–24 кг сифатлы балды ҡуллана.
Бал ҡорттарын аҫрағанда санитар нормаларҙы үтәү мөһим, кәрәҙҙәрҙе 2 йыл ғына, ҡарайғанға тиклем файҙаланырға була. Һәр яҙ умарталарҙы таҙартыу һәм зарарһыҙландырыу мөһим, шулай уҡ ҡорттар ауырығанда был процедураны башҡарыу шарт. Сирләгән күстәрҙе айырым урынға күсерәләр. Инфекцион һәм инвазион сирҙәр – вируслы паралич, сальмонеллез (паратиф), варроатоз, нозематоз һ.б. бал ҡорттарының һәләк булыуына килтерә.
Паратиф – ҡыш һуңында йә иһә яҙын, ә ҡайһы саҡ йәйен көндәр һыуыҡ һәм ямғырлы торғандан һуң тарала торған сир. Ул бал ҡорттарының эсе китеүенә һәм һәләк булыуына килтерә. Сирләүсе ҡорттар әүҙемлеген юғалта, умарта төбөнә йә иһә умарта ишеге алдына йыйылышып ултыра. Уларҙың эсе ҙурая һәм күбә, оса алмайҙар, эстәре китә.
Ғәҙәттә аҫрау шарттарын яҡшыртыу сирҙең юғалыуына килтерә. Инфекция тыуҙырғысты асыҡлау, антибиотиктарға бал ҡорттарының һиҙгерлеген билдәләү һәм алынған һөҙөмтәләр нигеҙендә күстәргә, түбәндәге антибиотиктарҙың береһен өҫтәп, шәкәр сиробы (1 кг шәкәрҙе 1 л һыуға) йә иһә сифатлы бал бирергә кәрәк:
1 литр сиропҡа (балға) синтомицин – 0,2 грамм йә иһә левомицетин – 0,2 грамм, стрептомецин – 200 000 ЕД йә иһә биомицин 100 000 ЕД. Антибиотикты 100 мл ҡайнатылған йылы һыуҙа (38–40 градус) иретәләр һәм яңы әҙерләнгән сиропҡа ҡушып ентекләп бутайҙар. Һәр ғаиләгә дауаланыу курсына 0,5 кг дауалағыс аҙыҡ бирелә. Сиропты кисен 100–150-әр мл, 5 көн интервал менән өс тапҡыр бирергә кәрәк.
Нозематоз – бал ҡорттары өсөн иң хәүефле сир. Уны көҙҙән асыҡлау ауыр, ҡышын еңел генә таралып китеүе ихтимал. Ҡорттар көсһөҙләнә, эстәре китә, инә ҡорттар һәләк була.
Сир билдәләре асыҡланһа йә иһә ҡорттарҙың үлә башлауын күрһәгеҙ, ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ.
Сирҙәрҙән тикшереү өсөн, яҙын үлгән бал ҡорттарын йыйып, ветеринария станцияһына килтерергә кәрәк. Улар акарапидоз, амебиаз, браулез, варроатоз, нозематоз кеүек сирҙәргә, ә үрсем Америка, Европа серек ауырыуҙарына, аскосферозға тикшереләсәк.
Бал ҡорттары һатып алыр алдынан райондың ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итергә, умартаның ветеринар-санитар паспорты менән танышырға кәрәк.
Һәр умарталыҡтың ветеринар-санитар паспорты булыуы мотлаҡ. Ул умартасылыҡ продукцияһын һатыу, бал ҡорттарын күсереп йөрөтөү өсөн кәрәк.
Бөгөн райондың ветеринария хеҙмәте умарталыҡтарҙы идентификациялауҙы уҙғара, ярашлы паспорттар бирә.
Санитар нормаларҙы, профилактик һәм дауалау сараларын ваҡытында үтәү, йоғошло ауырыуҙар инеүен киҫәтеү сараларын күреү шифалы бал биреүсе ҡорттарҙың именлеге һәм һаҡланышы нигеҙе булып тора.
район ветеринария станцияһының эпизоотияға ҡаршы бүлеге начальнигы.