Март айында көн ярайһы уҡ оҙоная, ҡояш йышыраҡ күренә, етмәһә, ҡыҙҙыра ла башлай, был үрсетмәләрҙең күтәрелеүенә ыңғай йоғонто яһай.
Март башында, һуңынан теплицаға күсереп ултыртыр өсөн, индетерминантлы (бейек үҫеүсе) томат үрсетмәләре ултыртабыҙ. Бейек булып үҫә торған төптәрҙең нығыныу осоро оҙаҡ, әммә уларҙан эре һәм мул уңыш алырға була.
Бөгөнгө көндә баҡсасылар күберәген берҙәм ҡыҙарыусы “коктейль” сорты (40–60 гр. ауырлыҡтағы) менән ҡыҙыҡһына (“Патрон”, “Полосатый рейс” сорттары). Улар туңдырырға, тоҙларға һәм яңы ғына өлгөргән килеш өҫтәлдәге салаттарҙы биҙәргә лә бик уңайлы. Был төркөмдә ауырыуҙарға бирешеп бармаусан сорттар бар, улар – “Галапагос”, “Чио-чио-сан”. Һары сортлыларҙы яратыусыларға “Хөрмә”, “Де-Барао-золотой”, “Солнышко”, “Непоседа”, “Грушенька” төрҙәрен һайларға мөмкин.
Был осорҙа тиҙ өлгөрөүсән “Патио” F1 баклажан гибридын да сәсергә тәҡдим итәләр.
Һуң өлгөрә торған кәбеҫтә, ҡарбузды март урталарында сәсергә мөмкин. Шулай уҡ сөгөлдөр, һуң өлгөрә торған ҡабаҡ та ултыртырға була.
Парниктарҙа үҫтереү өсөн ошондай үрсетмәләрҙе мартта сәсергә мөмкин: петрушка, укроп, шпинат, пекин кәбеҫтәһе. Үрсетмәләр күренә башлағас, йәшниктәрҙе яҡтылыҡ нығыраҡ төшкән урынға күсереп ҡуйырға кәрәк.
Әгәр барлыҡ шарттарҙы булдырһаң, был осорҙа сәскә үрсетмәләре бик тиҙ шытып сыға һәм үҫә.
Өй шарттарында үрсетмәләрҙе тәрбиәләү өсөн, мотлаҡ үтәй торған дөйөм ҡағиҙәләр бар. Бер бүлмәмә бар үҫентеләр өсөн дә тап килгән температура режимын тәьмин итеүе ҡыйын. Әгәр мөмкинселек булһа, түбәнерәк температура талап иткән үҫентеләрҙе айырым тоторға кәрәк. Һалҡынсараҡ һауа температураһын булдырыу өсөн, форточкаларҙы асыбыраҡ тоторға мөмкин. Был үҫентеләрҙең тамырын нығындырырға ярҙам итә, буйға һуҙылып үҫергә бирмәй.
Яҡтылыҡ төшөүенә ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Үрсетмәләрҙең сифаты уға ныҡ бәйле.
Күп итеп һыу һибергә кәрәкмәй, шул уҡ ваҡытта тупраҡ кибеп китеүгә лә юл ҡуйырға ярамай. Үҫентеләрҙең сереүенә юл ҡуймаҫ өсөн, йәшниктәрҙә тишектәр яһап сығырға кәрәк. Киске һәм көндөҙгө температураның алмашынып тороуын да тәьмин итеү мөһим. Быны эҫе батареяларҙы ҡалын туҡыма менән ҡаплап тороп, йә булмаһа, үҫентеләрҙе тәҙрә төптәренән алып тороу юлы менән эшләргә була.
Һирәкләүҙе бик һаҡ башҡарырға кәрәк, сөнки емеш бирә торған һабаҡтарҙы имгәтеп ҡуйыу осрағы ла булырға мөмкин. Үҫентеләр имгәнгән осраҡта үҫеүҙә ҡалыша башлайҙар. Үҫентеләрҙе күсергәндә яҡынса 5 мм тәрәнлектә ултыртырға кәрәк, ныҡ төпкә ултыртылһа, үҫеүе тотҡарлана, өҫкө ҡатламға ғына ултыртҡан осраҡта тамыры зарарлана. Күсереп ултыртҡанда, йә булмаһа һирәкләгәндә, тупраҡты дымландырыу мотлаҡ.