Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
БЕЛГЕС КӘҢӘШТӘРЕ
4 Август 2020, 18:58

Ҡасан логопед баланы неврологҡа ебәрә?

Баланы неврологҡа күрһәтергә кәңәш итеүҙе ата-әсәләр ғәжәпләнеп һәм хатта ҡурҡып ҡабул итә.

Баланы неврологҡа күрһәтергә кәңәш итеүҙе ата-әсәләр ғәжәпләнеп һәм хатта ҡурҡып ҡабул итә. Ысынлап та, хәүефләнергә нигеҙ бар. Был мәҡәләлә мин логопедияның неврология менән нисек бәйле булыуы, неврологҡа барыу ниндәй файҙа бирәсәге тураһында һөйләргә теләйем.
Барыһына ла мәғлүм: логопедия медицина менән бәйле, телмәрҙең ҡайһы бер дефекттары барлыҡҡа килеүе нервылар системаһы үҙенсәлектәренә ҡайтып ҡала. Шуға ла телмәр етешһеҙлектәрен диагностикалау һәм коррекциялау процесында балалар неврологының ҡатнашыуы мөһим.
Невролог консультацияһын алыуҙы талап иткән телмәр тайпылыштары:
  • Дизартрия;
  • Алалия;
  • Афазия.
  • Невролог консультацияһын алыу бер нисә сәбәп буйынса мөһим:
    • “Ҡиммәтле” ваҡытты юғалтмау. Йыш ҡына ата-әсәләр, бик күп көс, ваҡыт һәм аҡса сарыф итеп, балаларын төрлө дәрестәргә йөрөтәләр, ә проблема хәл ителмәй. Был баланың логопедик коррекциянан һәм невролог кәңәштәрен мотлаҡ үтәүҙән торған комплекслы ярҙамға мохтаж булыуын күрһәтә.
    • Проблеманың сәбәбен асыҡлау һәм һөҙөмтәгә өлгәшеү. Ҡайһы саҡ ата-әсәләр баланың телмәрендәге проблемалар буйынса ғына борсола, башҡа хәүефле билдәләрҙе күрмәй. Ата-әсә логопедҡа мөрәжәғәт итә, ә тәжрибәле белгес проблеманың күпкә тәрәнерәк ятыуын аңлай һәм баланы табип-неврологҡа ебәрә. Бары тик невролог ҡына хәүефле симптомдарҙың сәбәбен асыҡларға ярҙам итеүсе тейешле тикшереүҙәрҙе үткәрә ала. Алдан әйтеп үтеүемсә, телмәрҙәге тайпылыштар нервылар системаһындағы органик боҙоуҙар арҡаһында булырға мөмкин. Бының сәбәптәре төрлө: йөклөлөк ваҡытындағы токсикоз йә иһә инфекциялар, асфиксия, травмалар һ.б. Бындай осраҡтарҙа неврологтың ярҙамы мотлаҡ. Органик патология асыҡланғанда, табип дауалау курсын тәғәйенләй. Был мотлаҡ медикаментоз дауалау тәғәйенләнәсәк тигәнде аңлатмай, йышырағын табиптар дауалағыс физик культура (ЛФК), массаж йә иһә физиотерапевтик процедуралар менән сикләнә. Һәм улар логопедик коррекцияны һөҙөмтәлерәк итергә мөмкинлек бирә.
    • Бер белгес-неврологты һайлап, унда ғына консультация алыуығыҙ яҡшыраҡ булыр, сөнки был осраҡта ғына хәлде объектив баһаларға, динамиканы күҙәтергә мөмкин буласаҡ. Ошоно онотмағыҙ: телмәрҙәге ҡайһы бер тайпылыштар үҙаллы боҙоуҙар булып тормай, ә нервылар системаһындағы тайпылыштарҙың билдәһе. Бындай осраҡтарҙа неврологҡа мөрәжәғәт итеү мотлаҡ. Тәжрибә күрһәтеүенсә, неврологтың һәм логопедтың берлектәге эше үҙ ваҡытында башланыуы ыңғай һөҙөмтә бирә.
      Л. Миңлебаева,
      уҡытыусы-логопед.
      Фото - асыҡ сығанаҡтарҙан.
      Читайте нас: