Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
5 Июль 2019, 13:47

ҠЫЙҒЫЛАР "ТЕРРА БАШҠОРТОСТАН" ТУРНИРЫНДА

Өфөлә “Аҡбуҙат” ипподромында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Терра Башҡортостан” атлы спорт турнирының алтынсы этабы үтте. Унда Ҡыйғынан 8 һыбайлы яҡшыртылған урындағы тоҡом аттарында Дәүләкән, Йәрмәкәй һәм Туймазы райондары һыбайлылары менән ярышты.

Өфөлә “Аҡбуҙат” ипподромында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Терра Башҡортостан” атлы спорт турнирының алтынсы этабы үтте. Унда Ҡыйғынан 8 һыбайлы яҡшыртылған урындағы тоҡом аттарында Дәүләкән, Йәрмәкәй һәм Туймазы райондары һыбайлылары менән ярышты.

Беҙҙең райондан ҡатнашыусылар иң күп ине. “С.А. Нотфуллин” КФХ-һынан Бунчок ҡушаматлы юртаҡта – Илдар Фазлыев, Толпарҙа – Илнар Ғирфанов, “Ыҡ” АП-һы ЯСЙ-һынан Гамбитта – Инсаф Латипов, “Әй” АПК-һынан Арчи ҡушаматлы атта Айгиз Вәлиев сығыш яһаны. Юртаҡ аттарҙың күбеһен Тимирязев исемендәге АПК-ның Сағыр фермаһы йылҡысыһы Миңлесәлим Йосопов әҙерләгән. 11 йәшлек Лидер ҡушаматлы туры айғырҙа – уның улы Илдус, ә Юлбарыҫ ҡушаматлы юртаҡта ҡустыһы Илназ ярышты. Дунай ҡушаматлы ҡара атта – И. Заһитов (“А.И. Заһитов” КФХ-һы), Буян ҡушаматлы ерән атта Руслан Фазлыев (Д.А. Фәррәхова шәхси предприятиеһы) сығыш яһаны.

Ярыш бер нисә этаптан торҙо. Тәүге этапта һыбайлылар район хакимиәте кубогы өсөн көрәште. 1400 метрлыҡ дистанцияла Буян, башҡаларҙы артта ҡалдырып, алға омтолдо. Ул финишҡа беренсе булып, уның артынса Арчи ҡушаматлы айғыр килеп етте. Беренсе һәм икенсе килгән һыбайлылар финалда 1200 метрлыҡ дистанцияла “Аҡбуҙат” ипподромы аттарында ярышты. Йәрәбә буйынса Р. Фазлыевҡа – Эльнар ҡушаматлы, ә А. Вәлиевкә тыңлауһыҙ Буян эләкте, ул башта яңы хужаһын тыңларға теләмәне һәм старт майҙансығынан алып сығып китте. Ләкин йәш һыбайлы уны үҙенә буйһондора алды.

Алтынсы этапта Дәүләкән районынан Айҙар Еникеев еңеүсе булды. Ул 11 октябрҙә Республика көнөндә республика Башлығы призына үтәсәк финал ярышында ҡатнашасаҡ.

Ике заезд йомғаҡтары буйынса икенсе урынды беҙҙең райондан Руслан Фазлыев яуланы. Ярышсылар ике кубок менән ҡайтты, барлыҡ ҡатнашыусылар дипломдар һәм аҡсалата премиялар алды.

Был көндө элекке “Әбдрәзәк” совхозы директоры, районда һәм республикала атлы спортты үҫтереүгә тос өлөш индереүсе Лирон Биктимер улы Мәхмүтовтың иҫтәлегенә дүрт йәштән уҙған юртаҡ аттар ярышы уҙҙы. Унда профессиональ жокейҙар ҡатнашты. Сара Ләүзә ауыл Советы ауыл биләмәһе ветерандар советы рәйесе А. Әхмәтовтың инициативаһы буйынса ойошторолдо. Район хакимиәте уның был инициативаһын хуплап ҡаршы алды, еңеүсегә кубок һәм бүләк әҙерләне.

Еңеүселәргә приздарҙы Л. Мәхмүтовтың улы – ипподромдың билдәле һыбайлыһы, Дүртөйлө ҡалаһындағы “Арғымаҡ” атлы спорт мәктәбе директоры, бик күп, шул иҫәптән халыҡ-ара ат ярыштары еңеүсеһе һәм призеры Илшат Лирон улы тапшырҙы. Билдәләп үтергә кәрәк, бындай сара әлегә тиклем Дыуан районы Дыуан ауылы ипподромында бер нисә тапҡыр уҙғарылған.

Турнир юғары кимәлдә үтте, һыбайлыларға һәм аттарға ветеринар табиптар Ф. Мирхәйҙәров, Р. Моратшин, зоотехник Ф. Ахунов ярҙам күрһәтте.

Ярыштар араһындағы тәнәфестә райондарҙың иң яҡшы артистары тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Беҙҙең йәш йырсыларыбыҙ А. Камалов менән И. Шәрифуллиндың сығышы барыһының да күңеленә хуш килде.

Ипподром фойеһында ярышта ҡатнашыусы райондарҙың ауыл хужалығы предприятиелары етештергән продукция, ағастан, тиренән һәм таштарҙан изделиелар күргәҙмәһе эшләне. “Ҡыйғы” ҡуллланыусылар кооперативы ла әүҙем ҡатнашты. Спорт турниры хөрмәтенә үткәрелгән лотереяла төп призды ошо предприятиеның хеҙмәткәре отто.


Ишхужа Заһитов (Иҫке Мөхәмәт ауылы):

“Мин туғыҙ бала үҫтерҙем, уларҙың барыһын да аттарға ҡарата һөйөү берләштерә. Сөнки йылҡы малы – тәбиғәттең иң камил йән эйәһе. Мин һабантуйҙарҙағы ат сабышын һәр саҡ ҡарайым, республика ипподромына иһә беренсе тапҡыр килдем. Ошондай йәшкә еткәс, “Терра Башҡортостан” турнирына эләгеүемә, ат спортының тотош бер донъяһына сумыуыма сикһеҙ шатмын”.

Л. Саҙретдинова.

Автор фотоһы.
Читайте нас: