РАЙОНДА ТУРИСТИК КОМПЛЕКС АСЫЛДЫ
Урал тәбиғәтенең иң һоҡланғыс мөйөштәренең береһендә – Әй йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡөлмәт ауылы эргәһендә “Юлбаҫарҙар ҡаяһы” туристар комплексы йәйелгән. Уҙған аҙнала уны тантаналы асыу сараһы үтте. Сарала район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, Йыланлы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы А. Шәнгәрәев, ауыл халҡы, күп һанлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Бында үҙенә генә хас булған ҡабатланмаҫ матур тәбиғәт, бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы, күккә ашҡан йөҙ йыллыҡ ҡарағайҙар, хайран ҡалдырырлыҡ текә ҡаялар, мөғжизә тулы тау ҡыуышы, ғәжәйеп мәмерйәләр, иҫерткес хуш еҫле урман бар. Борон-борондан был ерҙәр хаҡында күп һанлы легендалар барлыҡҡа килгән.
“Әй заманында судоходство йылғаһы булған. Йыш ҡына уның аша юлбаҫарҙарҙың суднолары йөҙгән, улар йылға эргәһендәге барыһы өсөн дә билдәле ҡаяға туҡталыр булған, унда Лаҡлы мәмерйәһе менән тоташҡан Һикеяҙтамаҡ мәмерйәһенә инеү урыны бар. Халыҡ был урынды “Юлбаҫарҙар ҡаяһы” тип йөрөткән, тап бына ошонда әле туристар комплексы барлыҡҡа килде. 1987 йылда ошо урында спелеотуризм буйынса Бөтә Союз ярышы уҙғарылған.
Ауыл халҡының социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу маҡсатында беҙ күптәнән был яҡтарға туристарҙы йәлеп итергә ҡарар иткәйнек. Фидан Динар улы Минһажевтың тырышлығы һәм инициативаһы ярҙамында быны тормошҡа ашыра алдыҡ,” – тип һөйләй ауыл старостаһы Зилә Нурғатина.
Ф. Минһажев быға тиклем урман хужалығында эшләгән, һәр төрлө ағас менән эш итергә маһир. Был уға үҙ эшен башлап ебәрергә ярҙам иткән.
“Мин ауылдаштарым, ауыл хакимиәте менән үҙ пландарым менән бүлештем, Әбйәлил районының Асҡар ауылында туризмды үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлаштым, артабан проектым менән район етәкселегенә мөрәжәғәт иттем. А. Шәнгәрәев етәкселегендәге Йыланлы ауыл Советы ауыл биләмәһе менән райондың ер бүлеп биреү комиссияһы ағзалары минең ошо ер участкаһында башҡарыласаҡ эштәр буйынса тәҡдимемде хуплап ҡабул итте. 2018 йылда проектты бизнестың башланғыс стадияһында субсидиялау программаһына ярашлы, 250 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алдым, шулай уҡ үҙ мөкинлектәремде файҙаландым,” – тип һөйләй Фидан Динар улы.
Йылғаның ҡояшлы уң яҡ ярында ике ҡатлы ҡунаҡ йорто ҡалҡып сыҡҡан, унда туристар өсөн ял итеү бүлмәләре, бильярд залы, ашхана һәм кафе бар. Шулай уҡ был яҡ ярҙан канат юлы һуҙылған, экстрим яратыусылар ҙур теләк менән ҡаршы ярға сығып йөрөй ала. Сәйәхәт итеүселәрҙең күбеһе аҫылма баҫмаҡ аша сыға, гүзәл Әй йылғаһы менән һоҡланып, йылға аша һыу туризмы менән мауығыусылар ағып төшөп барған күп һанлы кәмәләр, һалдар, катамарандарҙы күҙәтә, иҫтәлеккә фотоға һәм видеоға төшөрә.
Һул яҡ ярҙа беҙҙе халыҡ әкиәттәре образдарының ағас скульптуралары, ағастан семәрләп яһалған эскәмйәләр, уңайлы ял урындары ҡаршы ала, мунса торбаларынан төтөн күтәрелә. Быларҙың барыһын да проект авторы Ф. Минһажев һәм урындағы оҫталар үҙ ҡулдары менән ижад иткән.
Саҡ ҡына арыраҡ өлкәндәр һәм балалар өсөн батуттар урынлаштырылған. Артабан иң ҡыҙыҡлыһы – төрлө кимәлдәге ҡаршылыҡтарҙан торған уникаль спорт-туристик комплекс урынлашҡан. Бейеклектә үҙ физик мөмкинлектәрен һынап ҡарарға теләүселәр тәүҙә аҫылмалы баҫҡыс аша үтә, артабан канат скейтбордында шыуа, лианалар, тере баҫҡыс, ау, ағастан кәкерсә баҫмаҡ аша сыға һәм канат троллея буйлап сыға.
Туристар менән Силәбе өлкәһенән килгән, ҙур тәжрибәләре булған, әҙерлек үткән инструкторҙар эшләй.
Әлегә бында күбеһенсә Силәбе өлкәһенән күп һанлы туристар ял итә. “Төньяҡ-Көнсығыш” АП-һы ЯСЙ-һы директоры З. Фәттәхова уларҙы ферманы ҡарап сығырға саҡырҙы. “Беҙҙә дөйә, ишәктәр бар, уларҙы ҡарарға, улар менән фотоға төшөргә мөмкин, ә балалар пониҙарға ултырып йөрөй ала,” – ти Зәлифә Данияр ҡыҙы.
Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов Д. Минһажевты ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс проектты уңышлы тормошҡа ашырыуы менән ҡотланы, яуаплы хеҙмәттәр етәкселәрен, район халҡын районда агротуризмды үҫтереүгә һәр яҡлы ярҙам күрһәтергә саҡырҙы. “Әйҙән һалда ағып төшөү маршрутын киңәйтергә һәм Ҡолбаҡ ауылынан башларға мөмкин, был ауылда яҡшы база ла бар,” – тигән тәҡдим индерҙе Шамил Радил улы.
Динар Минһажев киләсәктә йылға буйлап ағып төшөүселәргә туҡтау урындары асыу, прокатҡа катамарандар тәҡдим итеү, ҡышҡы туризмды үҫтереү тураһында пландар ҡора. “Үҙебеҙҙең халыҡтың тарих музейын асырға уйлайбыҙ, шулай уҡ ауылдаштарыбыҙ ҡунаҡтарға үҙ хужалыҡтарында етештергән продукцияны һата алыр ине,” – тип дауам итә З. Нурғатина.
Ф. Минһажевтың проекты уңышлы килеп сыҡҡан. Тиҙҙән ул район халҡының яратҡан ял урынына әүерелер, тип ышанабыҙ.