Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
16 Июль 2019, 18:46

ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУСЫЛАРҒА – БЕҘҘЕҢ БҮЛӘКТӘР

Һәр ярты йыл һайын “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзите редакцияһында район гәзитенә алдағы ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында отош уҙғарыла. Дүшәмбе, 15 июлдә, тәғәйенләнгән ваҡытта даими уҡыусыларыбыҙ ярҙамында бүләктәрҙең хужалары асыҡланды.


Һәр ярты йыл һайын “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзите редакцияһында район гәзитенә алдағы ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында отош уҙғарыла.

Был юлы 257 кеше яҙылыу квитанцияһын редакцияға килтерҙе, почта аша ебәрҙе. Йәмғеһе 9 бүләк уйнатылды.

Дүшәмбе, 15 июлдә, тәғәйенләнгән ваҡытта даими уҡыусыларыбыҙ ярҙамында бүләктәрҙең хужалары асыҡланды (улар аҫтағы исемлектә бирелгән).

Сағыр ауылынан Әминә Фазлыева (һүрәттә) бик тә кәрәкле бүләк – цифрлы приставка алып ҡыуанды.

Мәғлүм булыуынса, 14 октябрҙән Башҡортостанда тулыһынса цифрлы телетапшырыуҙарға күсеү көтөлә.

20 федераль телеканалды цифрлы сифатты бушлай ҡарау, 3 радиостанцияны тыңлау өсөн цифрлы декодер (приставка) һатып алырға кәрәк. Ошондай декодер ярҙамында иҫке модель телевизорҙар ҙа цифрлы телесигналды ҡабул итә ала (2013 йылға тиклем сығарылған, аналог телесигналды ғына ҡабул итеүсе телевизорҙар “иҫке” булып иҫәпләнә).

Бүләк отоусыларҙы редакцияға саҡырабыҙ. Үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы, СНИЛС, ИНН һәм яҙылыу квитанцияһын алырға онотмағыҙ.

Башҡаларға иһә күңелһеҙләнергә кәрәкмәй. Ярты йылдан яңы отош буласаҡ. Район гәзитенән айырылмаһағыҙ, һеҙгә лә мотлаҡ уңыш йылмайыр!

З. Закирова.



ОТОШТА ЕҢЕҮСЕЛӘР ИСЕМЛЕГЕ

№35 Фазлыева Әминә, Сағыр ауылы – “HOBBIT UNIT GX” цифрлы приставкаһы;

№42 Фәтихов Дамир, Үрге Ҡыйғы ауылы – стена сәғәте;

№66 Шәрхетдинов Ф.З., Үрге Ҡыйғы ауылы – автокомпрессор;

№113 Ғилметдинова Г.Д., Үрге Ҡыйғы ауылы – сәйнүк;

№114 Минниханова Ю.И., Үрге Ҡыйғы ауылы – “ATLANTA” фены;

№126 Мырҙабаева А., Үрге Ҡыйғы ауылы – “BOHMANN” сәйнүге;

№130 Һаҙыева Э., Үрге Ҡыйғы ауылы – портатив колонка;

№139 Йыһануров Г.К., Үрге Ҡыйғы ауылы – миксер.

№1 Рамазанов М., Түбәнге Ҡыйғы ауылы - сәйнүк.
Читайте нас: