Иҫке Мөхәмәт ауыл клубы эргәһендә эшләп килеүсе “Күңел сыңы” фольклор төркөмө 15 йыллыҡ юбилей кисәһен билдәләп үтте.
Байрам кисәһенең маҡсаты алдағы йылда үтәсәк фольклориада йылына йүнәлеш алыу, үткән эштәргә байҡау яһап, башҡа коллективтар менән тәжрибә уртаҡлашыу ине. Клуб фойеһы төрлө ҡул эштәренән торған күргәҙмә менән биҙәлде.
Күрше Ибрай ауылынан “Һомай” фольклор коллективын, Салауат районы Яхъя, Ишембай ауылдарынан килгән үҙешмәкәр төркөмдәрҙе хөрмәтләп ҡаршы алып башланды был матур кисә. Сәхнәгә тәүҙә ауылдың йәш һәүәҫкәрҙәре күтәрелде, уларҙы “Аҡсарлаҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре алмаштырҙы. Байрам сәбәпселәре үҙ сығыштарын кис ултырыу йолаһына ярашлы итеп күрһәтте. Тамашасыларға “Һомай” коллективы башҡарған таҡмаҡтар ҙа, Ишембай ағинәйҙәренең йыр-моңдары ла, Яхъя ауылы һәүәҫкәрҙәренең халыҡ уйын ҡорлдарын ҡулланып сығыш яһауы ла бик оҡшаны.
“Күңел сыңын” ижади юбилейы уңайы менән район мәҙәниәт йортоноң методика бүлеге етәксеһе Рәфилә Фәрит ҡыҙы Хәсәнова, Ибрай ауыл хакимиәте башлығы Алик Әҙип улы Вәлиев ихлас ҡотланы. Байрам сараһы түңәрәк өҫтәл артында сәй табыны менән тамамланды.
Иҫке Мөхәмәт ауылы мәҙәниәт йорто етәксеһе.