Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
8 Ноябрь 2019, 16:01

ЗАМАНСА МӘҘӘНИ ҮҘӘК ТӨҘӨЛӘ

Түбәнге Ҡыйғы ауылында 150 урынлыҡ мәҙәни-ял үҙәген төҙөү дауам итә.

Түбәнге Ҡыйғы ауылында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә 150 урынлыҡ мәҙәни-ял үҙәген төҙөү дауам итә.

Төҙөлөш-монтаж эштәрен генераль подрядсы – “Лидер Групп” компаниялар төркөмө ЯСЙ-һы (Өфө ҡалаһы) алып бара. Директор Р. Ғәйнетдинов әйтеүенсә, бөгөнгә төҙөлөш эштәренең яртыһынан күберәге башҡарылған. “4 ноябргә ҡарата стеналар һалыуҙы, түшәмде ябыуҙы тамамлаясаҡбыҙ, тәҙрәләр ҡуясаҡбыҙ. Ноябрҙә профнастилдан ҡыйыҡ, ағас иҙәндәр, эске биҙәкләү эштәре башҡарыласаҡ, бинаның фасады төҙөкләндереләсәк,” – ти Рөстәм Харис улы.

Икенсе субподряд ойошмаһы – “Газпром газораспределение Уфа” ААЙ-һы филиалы Ҡыйғы комплекслы газ хеҙмәте яңы мәҙәниәт усағына газ үткәреү менән шөғөлләнә.

“Мәҙәниәт объектының проект хаҡы 42 миллион һум. Декабрҙә барлыҡ эштәрҙе тамамларға, мәҙәни-ял үҙәген асырға планлаштырабыҙ,” – ти район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Т. Хәбиров.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы бюджетынан мәҙәниәт өлкәһе учреждениеларын үҫтереүгә субсидиялар биреү конкурсы йомғаҡтары сығарылды. Түбәнге Ҡыйғы ауылы мәҙәниәт йорто ла еңеүселәр исемлегенә инде. 14 миллион һум күләмендә субсидия матди-техник базаны нығытыуға йүнәлтеләсәк.

Л. Саҙретдинова.

Автор фотоһы.


Һүрәттә: төҙөлөш эштәре бара.
Читайте нас: