Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
12 Ноябрь 2019, 13:29

Боҙ – көҙгө хәүефтәрҙең береһе

Һалҡындар башланды, райондың һыу ятҡылыҡтарын боҙ ҡаплай. Был ваҡытта улар өҫтөндә йөрөү үтә лә хәүефле. Ләкин ҡайһы бер граждандар, айырыуса һәүәҫкәр балыҡсылар, боҙ өҫтөнә сыға, ошоноң менән үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.

Һалҡындар башланды, райондың һыу ятҡылыҡтарын боҙ ҡаплай. Был ваҡытта улар өҫтөндә йөрөү үтә лә хәүефле. Ләкин ҡайһы бер граждандар, айырыуса һәүәҫкәр балыҡсылар, боҙ өҫтөнә сыға, ошоноң менән үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.

Ҡотҡарыу хеҙмәттәре белгестәре әйтеүенсә, бер кеше өсөн 7 сантиметрҙан да йоҡа булмаған боҙ хәүефһеҙ булып һанала. Күмәк кешеләр йәйәү һыу аша сыға торған урында боҙҙоң ҡалынлығы 15 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш.

Һыу ятҡылығындағы боҙҙоң ҡалынлығы һәр ерҙә лә бер үк төрлө түгел. Йылға тамағында, икенсе йылға ҡушылған, һыу тиҙ аҡҡан, шишмә сығып ятҡан урындарҙа, һыу үҫемлектәре үҫкән ерҙә боҙ ныҡ булмай. Ҡар һәм көрт аҫтындағы боҙ ҙа ышанысһыҙ. Боҙҙоң ныҡлығын төҫөнә ҡарап билдәләргә мөмкин: зәңгәр боҙ – ныҡлы, ағы – 2 тапҡырға ҡайтышыраҡ, һоро, ялтырауыҡһыҙ аҡ йә иһә һарғылтыраҡ боҙ – бөтөнләй ышаныслы түгел.

Фажиғәле осраҡтарҙы булдырмаҫ өсөн, ошо кәңәштәрҙе иҫтә тотоғоҙ:

1. Һыу ятҡылыҡтары эргәһендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. 12 сантиметрҙан ҡалыныраҡ боҙҙоң ғына тулыһынса ышаныслы булыуын онотмағыҙ!

2. Күперҙәр, һыуҙағы ҡоролмалар эргәһендә, йылға һәм шишмәләр ҡушылған урындарҙа боҙ өҫтөндә йөрөмәгеҙ.

3. Балаларҙың боҙ өҫтөнә сығыуына юл ҡуймағыҙ.

Әгәр ҙә һеҙ боҙ аҫтына төшөп китһәгеҙ, нимә эшләргә?

• Паникаға бирелмәгеҙ, киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ, тигеҙ һулыш алырға тырышығыҙ;

• Ҡулдарығыҙҙы ике яҡҡа ташлап, баш менән һыу аҫтына суммаҫ өсөн, боҙ ситенә тотонорға тырышығыҙ;

• Йылыуҙың һыу ағымы һеҙҙе боҙ аҫтына алып китмәҫлек яғына сығырға тырышығыҙ. Боҙ ситен һындырмайынса, киҫкен хәрәкәттәр яһамайынса, күкрәгегеҙ менән шыуып, боҙҙоң ситенә ятығыҙ, тәүҙә бер аяғығыҙҙы, һуңынан икенсеһен күтәрергә тырышығыҙ. Әгәр боҙ һеҙҙе күтәрә ала икән, аҡрын ғына тәгәрәп, ярға табан шыуырға кәрәк;

• Үҙегеҙ килгән яҡҡа табан хәрәкәт итергә кәрәк, сөнки ундағы боҙҙоң ышаныслыраҡ булыуы билдәле бит!

Әгәр иптәшегеҙ һыуға төшөп китһә, нимә эшләргә?

Боҙло һыуға төшкән кешенең 10–15 минуттан туңып ҡатыуы, ә 20 минуттан аңын юғалтыуы мөмкин. Шуға ла һәр секунд ҡәҙерле, зыян күреүсенең ғүмере тирә-яҡтағыларҙың отҡорлоғона һәм ни тиклем йәһәт эш итә белеүенә бәйле.

• Бау, оҙон таяҡ йә иһә таҡта алығыҙ (бау урынына шарф, ҡайыш, кейемегеҙҙе бәйләргә мөмкин), һаҡ ҡына йылыуға табан хәрәкәт итегеҙ. Әгәр үҙегеҙ генә булмаһағыҙ, боҙға ятып, бер-бер артлы шыуышығыҙ.

• Зыян күреүсегә ярҙамға килеүегеҙҙе белдерегеҙ. Был унда үҙ-үҙенә ышаныс уятыр.

• Яҡын килеп, зыян күреүсегә ҡул бирергә тырышыу – хәүефле. Боҙға көсөргәнеш артасаҡ һәм үҙегеҙҙең дә һыуға төшөүегеҙ ихтимал. Шуға ла өс-дүрт метр ҡала туҡтап, таяҡ, бау, шарф йәки башҡа оҙон әйбер ырғытығыҙ.

• Һаҡ ҡына зыян күреүсене боҙ өҫтөнә тартып сығарығыҙ һәм уның менән бергә шыуышып хәүефле зонанан сығығыҙ.

• Ашығыс рәүештә зыян күреүсене йылы урынға алып инегеҙ. Барлыҡ кейемен һығып алығыҙ, ә иң яҡшыһы – тулыһынса ҡоро әйберҙәр кейҙереү. Уны полиэтилен менән урағыҙ, быу күтәрелеү эффекты йылынырға ярҙам итер. Мотлаҡ ҡотҡарыусыларҙы һәм тиҙ ярҙам бригадаһын саҡырығыҙ.

Әгәр ҙә һеҙ бындай ваҡиғаға шаһит булһағыҙ, кисекмәҫтән 112 һандары буйынса ҡотҡарыу хеҙмәтенә (шылтыратыу бушлай) йә иһә 01 телефонына шылтыратығыҙ.

Малаяҙ ауылындағы төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды телефондары: 8 (34777) 2-13-33; 8 (34777) 2-14-14; 8-987-015-19-41.
Читайте нас: