Беҙҙең Ҡыйғы
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
15 Ноябрь 2019, 14:22

ҠАҘ ӨМӘҺЕ

Районда ҡаҙ өмәләре күңелле үтә.

Миләүшә һәм Фәрүәз Ғарифйәновтарҙың татыу ғаиләһе (Үрге Ҡыйғы ауылы) йыл һайын 20-нән ашыу ҡаҙ үҫтерә.

Ҡаҙҙарҙы ҡарау еңелдәрҙән түгел. Бәпкәләргә айырым хәстәрлек талап ителә. Һыуыҡ көндәрҙә хужалар уларҙы йылы урында тоторға тырыша, йәшел үлән өҙөп килтерә. Бер аҙ үҫә төшкәс тә, бәпкәләрҙе күҙ яҙҙырмайынса ҡарарға, ҡарғаларҙан һәм ҡарсығаларҙан, берәҙәк эттәрҙән һаҡларға кәрәк. Йылға буйлап түбәнгә ағып китеүҙәре лә бик ихтимал.

Ҡышҡылыҡҡа ҡаҙ ите әҙерләгәндә хужабикә күршеләрен, туғандарын һәм әхирәттәрен ярҙамға саҡыра. Ҡаҙҙарҙы йолҡоу – иң яуаплы эш. Тәүге түшкәне иң өлкән өмәсе Йәнифә Мәхмүтоваға тотторҙолар. Ғарифйәновтарҙың ярҙамсылары ҙур таҫыллыҡ менән бик етеҙ эшләне, йырлап алырға ла, шаярырға ла өлгөрҙө.

“Ҡаҙ ҡанаттарын һәм мамығын айырым йыя барабыҙ. Ике ейәнсәребеҙ үҫә. Улар өсөн яңы мендәрҙәр әҙерләйбеҙ,” – ти йорт хужабикәһе.

Эштәр тамамланғас, өмәселәр ҡаҙ итенән ауыҙ итте, тәмле бәлеш менән сәй эсте. Ошондай ҙур бурысты тиҙ арала атҡарып сыға алыуҙарына хужалар һәм ҡунаҡтар сикһеҙ шат ине.

Л. Саҙретдинова.

Автор фотоһы.
Читайте нас: