Динара Йомағолова (һүрәттә) Ҡазан милли-тикшеренеү технология университетының энергомашиналар төҙөү факультетының 4-се курсында уҡып йөрөй. Ул Мәсәк ауылында тыуып үҫкән, Абзай урта мәктәбен тамамлаған.
Уңған һәм тырыш ҡыҙ мәктәптә үк алдынғы уҡыусы була. Мәктәптә, районда үткәрелгән олимпиада һәм ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша, уҡыуын тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Ынтылышлы, маҡсатлы Динара Ҡазан ҡалаһына барып, юғары технологик белем биреү үҙәктәренең иң ҙурыһына уҡырға инә.
Динара үҙенең ата-әсәләренең дә, мәктәп уҡытыусыларының ышанысын аҡлай. Ул уҡытыусыларына биргән төплө белемдәре, ата-әсәһенә уҡыған йылдарында күрһәткән оло ярҙамдары өсөн сикһеҙ рәхмәтле.
Динара – уҡыу алдынғыһы, юғары стипендия ала, университетта үткәрелгән йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, уҡыуын тамамлағас, ағас эшкәртеү буйынса инженер буласаҡ. Ул ағастан йорттар төҙөргә һәм төрлө продукциялар етештерергә хыяллана. Курсташтары менән ағастан йорт йыһаздарының, йорттарҙың һәм ҡаралтыларҙың дизайнын ижад итәләр. “Был факультетҡа уҡырға кергәнсе, ағас, үҙағас тураһында белемем бик һай ине. Атайым ағас менән эш итергә оҫта, шуға күрә бала саҡтан уның эшен күҙәтергә яраттым, ағас өйҙәрҙең нисек һалынғаны, ағастан яһалған материалдар менән таныш инем. Был һөнәр ирҙәр эше тип һанала. Әммә уны һайлағаныма үкенмәйем, сөнки бөгөн хеҙмәт баҙарында уға һорау бар. Һөнәри мөмкинлектәре буйынса ла бик ҡыҙыҡлы. Миңә, бынан тыш, ағастың экологик яҡтан иң уңышлы материал булыуы, төрлө композит материалдар менән, шул иҫәптән ағастан яһалған продукциялар менән эш итеү оҡшай,” – тип һөйләй Динара.
Талантлы ҡыҙ, уҡыуҙан тыш, волонтерлыҡ хәрәкәтендә ҡатнаша. “2016 йылда уҡырға инергә килгәндә был таныш булмаған ҙур ҡалала бер үҙемә бик ҡыйын булды. Бер ҡайҙан да ярҙам көтөү мөмкин түгел ине. Әммә бер аҙҙан Ҡазандың матур ғына түгел, асыҡ изге күңелле кешеләр йәшәгән ҡала булыуына төшөндөм һәм уны бар күңелемдән яраттым. Студент булғас, үҙем башҡа абитуриенттарға ярҙам итә башланым, уларҙы төрлө курстарҙағы талаптар менән таныштырам, көнкүрештәге (урынлашыу, фатир табыу кеүек) мәсьәләләрҙә, яңы урында өйрәнеп китергә, ҡала менән танышырға ярҙам итәм. Минең хәҙер дуҫтарым да бик күп,” – тип һөйләй ул.
Яҡташыбыҙ оҙаҡламай, уҡыуын тамамлап, ҡулына диплом аласаҡ, уға киләсәктә уңыштар теләп ҡалабыҙ.