Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
22 Ноябрь 2019, 19:02

БАЛАЛАР ӨЙГӘ ШАТЛЫҠ ҠЫНА КИЛТЕРӘ

Лена Миңлебай ҡыҙы Ғиззәтуллина ошо көндәрҙә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнеүселәр сафын тулыландырҙы.

Лена Миңлебай ҡыҙы Ғиззәтуллина ошо көндәрҙә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнеүселәр сафын тулыландырҙы. Улар тормош иптәше Илфат Эдуард улы менән биш бала тәрбиәләй.

Лена Афрон ҡыҙы Дүшәмбикә ауылында Фәүзиә Ғилметдин ҡыҙы һәм Афрон Ғиниәт улы Ғиззәтуллиндарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһендә донъяға килеп, һөйөү һәм наҙ татып үҫкән. “Мин ғаиләлә иң кескәйе булдым. Ағайҙарым һәм апайҙарымдың хәстәрлеген тойоп үҫтем. Бала саҡтан күп балалы ғаилә хаҡында хыялландым, балаларым тормошта бер-береһенә терәк булыр, тип уйланым,” – тип һөйләй миҙал алған әсә.

Миңлебаевтарҙың бергә йәшәй башлауына 28 йыл. Ғаилә башлығы Илфат Эдуард улы – “КамАЗ” автомобилендә водитель, хужабикә Үрге Ҡыйғы ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. Уларҙың өлкән улдарына – 27, ҡыҙҙары Ильянаға 25 йәш, улар уҡыуҙарын тамамлап, Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Улдары Денис менән Ильяс Үрге Ҡыйғы ауылының 2-се урта мәктәбендә уҡый, ә кескәй өс йәшлек Линар балалар баҡсаһына йөрөй.

“Һөнәрем буйынса ашнаҡсы-кондитермын, үҙәк ашханала эшләнем. Әммә балаларға ҡарата һөйөү мине балалар баҡсаһына илтте. Мин бер ҡасан да балаларҙан ялҡмайым, эшемде ихлас яратам, – тип уртаҡлаша Лена Афрон ҡыҙы. – Тормош иптәшем дә үҙен бәхетле тип һанай, республиканың баш ҡалаһынан миҙал алып ҡайтҡас, ул миңә “Рәхмәт, һөйөклөм, балаларыбыҙ өсөн,” – тине”.

Лена ҡул эштәренә оҫта, матур итеп йырлай, бейергә ярата. Эшһөйәр, хәстәрлекле әсәне һәм уңған хужабикәне хеҙмәттәштәре, туғандары хөрмәт итә. Тормошто һөйгән, бәхет балҡып торған әсәнән балалары ла изгелек кенә күреп, алсаҡ, яғымлы булып үҫә. Улар барыһы ла әүҙем, ихлас, мәктәптә яҡшы билдәләргә уҡый, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәренә йөрөй. Өлкәндәре тыуған йортто ҡалдырып киткәс, иң төп ярҙамсы булып Денис ҡалған. Ул тәмле аштар, хатта бәлештәр ҙә бешерә белә, ата-әсәһенә ярҙам итә. Миңлебаевтар яңыраҡ иркен яңы өй һалып ингән. Быйыл уларға социаль программа буйынса һыйыр һатып алыуға аҡса бүленгән. Шул рәүешле күп балалы ғаилә дәүләт тарафынан ҙур ярҙам алған, был уларға үҙҙәренең хужалыҡтарында малдар һанын арттырыуға булышлыҡ иткән. Ғаилә шулай уҡ ҡош-ҡорт тота, баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнә. Ҙур ғаилә матур итеп ял итергә лә ярата.

“Бер ҡасан да ҙур ғаилә ҡороуҙан ҡурҡмағыҙ. Һәр бала был донъяға үҙ өлөшө һәм үҙ бәхете менән тыуа,” – ти бәхетле әсә.

Л. Саҙретдинова.

Автор фотоһы.
Читайте нас