Сүрбай ауылында йәшәүсе Ләйсән Ситдиҡова – “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнеүселәр исемлегендә иң йәше. Уға 28 йәш. Биш балаға әсә булып, яҙмышын уларҙы тәрбиәләүгә арнаған.
Ләйсән Миңлехан ҡыҙы тормош иптәше Отар Отар улы менән бәхетле ғаилә ҡорған. Улар икеһе лә сығыштары менән ошо ауылдан. Ғаилә башлығы һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе, ҡулынан бар эш килә. Балалары тырыш һәм яуаплы, изгелекле, үҙ аллы, алсаҡ һәм аралашыусан булып үҫә.
Хужабикә лә барлыҡ хужалыҡ эштәренә маһир, бал ҡорттарын ҡарау менән шөғөлләнә, шуға күрә өҫтәлдәренән хуш еҫле бал өҙөлмәй. Ситдиҡовтарҙың ҙур булмаған умарталығы бар, мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Күркәм яңы өй күтәреп, башын япҡандар, әлегә “әсәлек капиталына” һатып алған йорттарында йәшәйҙәр.
Ғаиләлә балалар бер-береһенә ярҙамсыл, татыуҙар.
“Ҙур ғаилә – ул ҡан туғандарҙың берҙәмлеге, тип уйлайым. Беҙ ғаиләлә ағайым менән икәү генә булғанғамы, бала саҡтан, ғаиләм ҙур булыр, тип хыяллана инем. Һарай һәм башҡа хужалыҡ ҡаралтылары һалғас, аҙ килемле ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса программала ҡатнашып, тағы бер һыйыр һатып алырға теләгебеҙ бар. Киләсәккә ярҙамсыларыбыҙ үҫеп килә бит,” – тип бүлеште уй-фекерҙәре менән күп балалы әсә.