Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
12 Декабрь 2019, 17:05

ТАЯҠТАРҘЫ ҠУЛЫҢА АЛ ДА – АЛҒА!

Ошо көндәрҙә Үрге Ҡыйғы ауылында Башҡортостан Республикаһы альпинизм федерацияһы ҡарамағындағы скандинав (төньяҡ) йөрөшө клубы инструкторҙары барлыҡ теләүселәр өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Ошо көндәрҙә Үрге Ҡыйғы ауылында Башҡортостан Республикаһы альпинизм федерацияһы ҡарамағындағы скандинав (төньяҡ) йөрөшө клубы инструкторҙары барлыҡ теләүселәр өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Инструкторҙар скандинав йөрөшөнөң файҙаһы тураһында һөйләне, дөрөҫ таяҡ һайларға өйрәтте. Скандинав йөрөшөндә таяҡтарҙың ҙурлығы, ҡулға кейә торған элмәге – бөлдөргөһө әһәмиәткә эйә. Таяҡ саңғы спортындағы кеүек ҙур һәм еңел булмаҫҡа тейеш.
Өҫ һәм аяҡ кейемен дөрөҫ һайлау ҙа мөһим булып тора. Уңайһыҙ әйберҙәр күнекмә сифатын ярайһы уҡ кәметә. Инструкторҙар ниндәй кейемдәрҙең яраҡлыраҡ булыуын аңлатты.
Инструктаж үткәндән һәм зарядка яһағандан һуң сараға йыйылыусылар практик дәрескә район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанға сыҡты.
Ҡатнашыусылар скандинав йөрөшө тураһында тулы мәғлүмәт алып ҡына ҡалманы, саранан күтәренке кәйеф алып та ҡайтты.
Читайте нас: