Райондағы демографик хәл тотороҡло булып ҡала. Әгәр 2018 йылда 88 пар никахҡа инһә, быйыл бөгөнгө көнгә 84 никах теркәлгән. Айырылышыу осраҡтары кәмей, быйыл улар 14-кә кәмерәк булды. 12 декабргә ҡарата районда 149 бала
донъяға килгән, уларҙың 17-һе – ғаиләлә беренсе бала. 16 ғаиләлә – дүртенсе, 9-ында – бишенсе, 6 ғаиләлә өсөнсө сабый донъяға килгән. Түбәнге Ҡыйғы ауыл Советы ауыл биләмәһенең 2 ғаиләһендә – Фирҙәүес Фәрүәз ҡыҙы һәм
Валериан Васил улы Закировтар, Рәзинә Хәмит ҡыҙы һәм Рәшит Мәжит улы Хажиповтар йортонда етешәр бала булып китте.
11 сабый “баһадирҙарса ауырлыҡ” менән тыуған – 4300 грамдан күберәк.
Береһе хатта 4500 грамдан ауырыраҡ тартҡан. Быйыл Эмилия, Ислам исемдәрен ҡушыусылар күп булды. Һирәк осрай торған исемдәр ҙә бар: мәҫәлән,Айлана, Севоне һ.б.
2018 йылда 244 кеше вафат булһа,быйыл 12 декабргә ҡарата – 236 кеше,” – тип һөйләне Фларида Марат ҡыҙы.
Әйтергә кәрәк, ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙ эшен бик ентекле башҡара, исем-фамилияларҙың, башҡа белешмәләрҙең дөрөҫ яҙылышына ҙур иғтибар бирә. Документтарҙың тейешенсә тултырылыуы уларҙың хеҙмәтенә бәйле.
Бүлек хеҙмәткәрҙәре изге традиция буйынса ауыл биләмәләре хакимиәттәре менән берлектә 50 һәм унан күберәк йыл бергә йәшәгән парҙарҙы тәбрикләй. Был йәш быуын өсөн әхлаҡи-тәрбиәүи әһәмиәткә эйә мөһим сара. Бүлек райондың оло йәштәге юбилярҙарын да ҡотлай. Быйыл районда беренсе тапҡыр ЗАГС хеҙмәте Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһе хакимиәте, “Ғаилә” үҙәге, Дыуан күп профилле колледжы филиалы, 2-се урта мәктәп, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто менән берлектә “Ҡояшым минең” тип аталған матур сара үткәргән. Унда беренсе тапҡыр ата-әсә булған ғаилә парҙарын тәбрикләгәндәр.
Хеҙмәттә эштәр – быуа быуырлыҡ. Ике кешенән торған кескәй коллектив, көндәлек төп эшмәкәрлегенән тыш, ҡағыҙҙағы архив яҙмаларын Берҙәм дәүләт реестрының электрон белешмәләр базаһына күсереү менән дә шөғөлләнә.
“Яңы йыл каникулы ваҡытында, 4 һәм 8 ғинуарҙа беҙҙең хеҙмәт эшләйәсәк. Эш режимы дүшәмбе 9.00–18.00 сәғәттәрҙә, ҡалған көндәрҙә 9.00–17.00 сәғәттәрҙә, төшкө ял 13.00 сәғәттән 14.00 сәғәткәсә,”– тип хәбәр итте Ф. Мөхәмәтдинова.