Донъяуи юстицияның 20 йыллығына
Мировой судьялар институты Рәсәйҙә батша осоронда уҡ барлыҡҡа килгән. Советтар Союзында уларҙы халыҡ судтары алмаштырҙы, рәйестәре халыҡ тарафынан һайланды. Бөгөнгө Рәсәйҙә донъяуи юстиция 1998 йылдың декабрендә, 188-се “Рәсәй Федерацияһындағы мировой судьялар тураһында” Закон үҙ көсөнә ингәс, башланғыс алды. Ул саҡта суд участкалары, мировой судьялар штаты барлыҡҡа килде.
Ҡыйғы районында мировой судья булып 2001–2013 йылдарҙа – Карамова Флорида Салауат ҡыҙы, 2014 йылдың февраленән 2015 йылдың ноябренәсә – Комягина Гүзәл Сәитмырҙа ҡыҙы, 2016 йылдан Солина Наталья Владимировна эшләне. Әлеге ваҡытта хөкөм ҡарарҙарын сығарыу мировой судья Маркова Татьяна Евгеньевна ҡарамағында.
Тулы материалды “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитенең 13 декабрҙәге 76-сы һанында уҡығыҙ.