Беҙҙең Ҡыйғы
+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Декабрь 2019, 10:00

Республиканың символын тыуҙырыусы

Салауат Юлаевҡа ҡойолған иң билдәле һәйкәлдең авторы Тавасиев Сосләнбәк Дафай улының тыуыуына бөгөн 125 йыл.

Салауат Юлаевҡа ҡойолған иң билдәле һәйкәлдең авторы Тавасиев Сосләнбәк Дафай улының тыуыуына бөгөн 125 йыл.
С. Тавасиев Төньяҡ Осетияның Дигориялағы Фаснал ауылында донъяға килгән. Милләте буйынса осетин-дигор.
Сосланбәк гимназила уҡый, 1927 йылда Ленинград Юғары художество-техник институтының (элекке Художество академияһы) скульптура факультетын отличие менән тамамлай (педагогы А. Т. Матвеев).
1927 йылда Сосланбәк Дафа улы институттың материаль мәҙәниәте кафедраһында ассистент булып эшләй. 1928 йылда Мәскәүгә күсә. 1939 йылда СССР рәссамдар союзы ағзаһы булып китә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тавасиевтар ғаиләһе Башҡортостандың Стәрлебаш районына эвакуациялана. Шунан улар Өфөгә күсәләр. Сосланбәк 1941—1942 йылдарҙа Рәссамдар союзының Өфө бүлексәһенең яуаплы секретары була.
Салауат Юлаев һәйкәлен ижад итеү идеяһы Тавасиевҡа нәҡ Башҡортостанда йәшәгәндә, 1941—1946 йылдарҙа, килә.
Салауат Юлаев һәйкәленең тарихы
Ысын ҙурлығындағы гипс һәйкәлдең моделе 1963 йылда тамамлана.
Скульптура Ленинградтағы «Монументскульптура» заводында бронза яғылған суйындан ҡойоп яһала.
Скульптор һәйкәлде Ағиҙел йылғаһының текә ярында ҡуйырға теләген белдерә. Партияның өлкә комитеты һәйкәлде Горсовет алдына йәки Совет майҙанында ҡуйырға тәҡдим итә. Тавасиев үҙ фекерендә ныҡ тора һәм еңеп сыға.
Ошолай итеп, 1967 йылдың 17 ноябрендә Өфө ҡалаһының иң бейек нөктәһендә, Ағиҙел йылғаһы буйындағы ҡаяла, мөһабәт монумент асыла.
Был һәйкәл беҙҙең республиканың символына әйләнгән. Уның һүрәте Башҡортостан Республикаһының гербында ла төшөрөлгән.
Артабан С. Тавасиев Мәскәүҙә йәшәй. Уның оҫтаханаһы Үрге Масловка урамында урынлашҡан була.
1974 йылдың 10 апрелендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичий зыяратында ерләнгән.
Читайте нас: