Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
2 Ғинуар 2020, 19:44

“БЕҘҘЕҢ ҠЫЙҒЫ”ға яҙылыусылар – гәзитле лә, бүләкле лә!

Яңы йыл байрамы алдынан уҙғарылған отошта айырым гәзит уҡыусыларыбыҙ бүләкле булды.

Ярты йыл һайын, гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы ахырына яҡынлашҡас, редакцияла “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитенә алдағы осорға кәм тигәндә 6 айға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу традицияға әүерелгән.
Был юлы беҙ 15 бүләк уйнаттыҡ. Редакцияға йәмғеһе 317 квитанция килде. Төп приз МУЛЬТИВАРКА булды. Ул Иҫке Мөхәмәт ауылында йәшәүсе тоғро гәзит уҡыусыбыҙ Анджела Сәғитованың бәхетенә яҙған булып сыҡты.
– Мин “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитенә даими яҙылам. Редакция уҙғарған отошта ҡатнашып, бына өсөнсө тапҡыр бүләк оттом. Тәүҙә сәй, ә уҙғанында автокомпрессор алғайныҡ, – ти Анджела Камил ҡыҙы, ҡыуанысын йәшермәйенсә. – Барлыҡ райондаштарымды Яңы йыл менән ҡайнар ҡотлайым, бәхет, һаулыҡ, уңыштар теләйем.
Анджела Камил ҡыҙы 32 йыл Иҫке Мөхәмәт урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
Үрге Ҡыйғынан А. Хәлимова МАНТОВАРКА алып ҡыуанды.
– Был әйберҙе иҫтәлек итеп, һаҡлап ҡына тотонормон инде, – тине ул, шатланып, бүләкте алырға килгәнендә.
Приз отоусыларҙың тулы исемлеге:
№5 Яҡупов Б.Г., Йонос ауылы.
№14 Сафина Рәхилә, Дүшәмбикә ауылы.
№20 Минһажев Д., Үрге Ҡыйғы ауылы.
№38 Сәғитова А.К., Иҫке Мөхәмәт ауылы.
№62 Әхмәтова Л., Үрге Ҡыйғы ауылы.
№81 Хәкимова С.К., Үрге Ҡыйғы ауылы.
№113 Әминев, Үрге Ҡыйғы ауылы.
№129 Хәлилова М., Үрге Ҡыйғы ауылы.
№171 Уйылданова Г., Йүкәлекүл ауылы.
№194 Ғилманова Л., Йосоп ауылы.
№251 Хәлимова А.Н., Үрге Ҡыйғы ауылы.
№260 Нотфуллина, Үрге Ҡыйғы ауылы.
№271 Ғәлиуллина Э., Үрге Ҡыйғы ауылы.
№279 Ғарипова Г., Үрге Ҡыйғы ауылы.
№286 Заһиров В., Үрге Ҡыйғы ауылы.
Редакцияға бүләкте алыу өсөн паспорт, ИНН, СНИЛС, гәзиткә яҙылыу квитанцияһы менән килеүегеҙ һорала.
Фотоларҙа: А.Сәғитова һәм А. Хәлимова.
Читайте нас: