Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Ғинуар 2020, 22:38

Мөғжизәле шыршы байрамдары

Уҡыу алдынғылары баш ҡалалағы байрам сараһында ҡатнашты.

Декабрь аҙағында балалар өсөн шыршы байрамдары уҙғарыла. Мәскәүҙә – Кремль шыршыһы, Өфөлә республика башлығы шыршы байрамы үтә. Уларҙа төрлө олимпиадалар һәм конкурстар, ярыштар, турнирҙар еңеүселәре, фестиваль лауреаттары ҡатнаша.
Быйыл Кремль шыршыһына барыу хоҡуғын Абзай урта мәктәбе уҡыусыһы Наҙгөл Ғимаҙиева алды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы шыршы байрамына өс уҡыусы барҙы: Камилла Байрамова (Алағуз башланғыс мәктәбе), Регина Нурҡаева (Вәҡиер мәктәбе), Вадим Әхмәтов (Дүшәмбикә ауылы мәктәбе).
Абзай урта мәктәбе 6-сы класс уҡыусыһы Наҙгөл Ғимаҙиева: “Мәскәүгә беҙ самолетта остоҡ. Барлығы 114 уҡыусы инек. Кремль шыршыһын ҡараныҡ, барыбыҙға ла бүләктәр бирҙеләр. Һуңынан ике көн дауамында төрлө мәҙәни һәм күңел асыу саралары уҙғарылды. Миңә бигерәк тә Мәскәү буйлап сәйәхәт итеү, экскурсия, шыршы уйынсыҡтары яһау буйынса оҫталыҡ дәресе оҡшаны. Беҙ “Альфа” отелында 23-сө ҡатта йәшәнек. Унан ҡаланың һоҡланғыс күренешен күрергә мөмкин ине. Был сәфәр минең өсөн иң иҫтә ҡалырлыҡ сәфәр булды,” – тип һөйләне.
Шулай уҡ республика шыршы байрамына барған Вадим Әхмәтов үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
“Беҙ “Ҡыш бабайҙың мөғжизәләр циркы” тамашаһын ҡараныҡ, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында беҙҙе әкиәт персонаждары, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡатнашлығындағы күңел асыу программаһы көтә ине. Беҙҙе күңелле клоундар оҙатып йөрөнө, елка тирәләй флешмоб уҙғарылды, фотозоналар эшләне. Тамашанан һуң беҙгә бүләктәр бирҙеләр. Миңә барыһы ла оҡшаны,” – тип бәйән итте ул.
Сәфәрҙән ҡанатланып ҡайтҡан балалар үҙ уҡытыусыларына район мәғариф бүлеге етәксеһе И. Һаҙыевҡа рәхмәтле.
Наҙгөл Ғимаева һулдан беренсе.
Байрамова Камилла, Нурҡаева Регина, Әхмәтов Вадим.
Читайте нас: