Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Ғинуар 2020, 13:24

2020 ЙЫЛҒА ЙОНДОҘНАМӘ

Йондоҙҙар һеҙгә быйылға нимәләр вәғәҙә итә?

ҠУҘЫ/ ОВЕН
Карьера, һөнәри эшмәкәрлек өлкәһендә иң ҙур мөмкинлектәр асылыр (бындай мөмкинлектәрҙең тағы 12 йылдан ғына тыуыуы мөмкин). Дөрөҫ, йыл дауамында үҙегеҙҙең шик-шөбһәләрегеҙ менән көрәшергә, ҡыҙыулығығыҙҙы, йәберләргә маташыусыларға барыһын да тураға ярып әйтеү теләген тыйырға тура килер.
БУҒА/ТЕЛЕЦ
Тотош йыл дауамында үҙ һаулығығыҙҙы күҙәтергә тура килер, хроник стадияға күсеүен теләмәһәгеҙ, сирҙәрегеҙҙе ваҡытында дауалағыҙ. Интригаларҙа ҡатнашырға кәңәш ителмәй, уларҙан үҙегеҙҙең зыян күреүегеҙ ихтимал.
Яңы йылда белемегеҙ, һәләттәрегеҙ иҫәбенә ҙур абруй, авторитет, оло ихтирам яулау мөмкинлектәре күп булыр.
ИГЕҘӘКТӘР/БЛИЗНЕЦЫ
Алдағы 20 йылға артабанғы тормошоғоҙҙоң ышаныслы матди нигеҙен төҙөү менән шөғөлләнегеҙ. Бының өсөн аҡса, матди уңайлыҡтар тупларға йә иһә белем алырға, тәнегеҙҙе сыныҡтырырға мөмкин.
Йыл дауамында дуҫлыҡҡа һәм үҙегеҙ дуҫтар тип һанаған кешеләргә ҡарашығыҙ үҙгәрер.
ҠЫҪАЛА/РАК
Һеҙ әүҙем үҫешәһегеҙ, яңы һыҙаттарығыҙҙы асаһығыҙ, тирә-яҡтағыларҙың иғтибарын йәлеп итәһегеҙ.
2020 йыл – һеҙҙең өсөн никахҡа ҡыйыу инеү (йә иһә тарҡалырға торған мөнәсәбәттәрҙе өҙөү) ваҡыты. Мөхәббәтегеҙ бәхетле булыр. Һеҙгә кәрәкмәгән кешене яҙмыш һеҙҙән ситкә этәрер.
АРЫҪЛАН/ЛЕВ
Йыл дауамында эштә иң ҙур уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Бәлки, бурыстарығыҙ даирәһе үҙгәрер, улар перспективалыраҡ булыр һәм яҡшыраҡ түләнер. Икенсе ярты йыллыҡта күсемһеҙ милек алыу тураһында уйланырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта быйыл һеҙгә хәл-кәйефегеҙ тураһында ҡайғыртырға кәрәк. Айырыуса йыл аҙағында.
ҠЫҘ/ДЕВА
Һеҙгә ҡурҡыуҙарығыҙҙан арынырға, негатив хәлдәр буйынса артыҡ өҙгөләнеүҙән ҡотолорға өйрәнергә кәрәк.
Йыл дауамында балаларығыҙ менән ғорурланырһығыҙ, уларҙың уңыштарына шатланырһығыҙ. Мөхәббәттә лә һеҙгә уңыш йылмайыр. Туғандарығыҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ яҡшы булыр, уларҙың ярҙамына иҫәп тота алаһығыҙ.
ҮЛСӘҮ/ВЕСЫ
2020 йылдың майына тиклем тормошоғоҙҙа иң ҙур ҡаҙаныштар осоро барыр. Шунлыҡтан бирелгән ваҡытты үҙ тәғәйенләнеше буйынса файҙаланығыҙ: нимә теләһәгеҙ, шуға өлгәшергә ынтылығыҙ.
Йыл дауамында өй ағзаларының һаны артыуы бар – мәҫәлән, өлкән балаларығыҙҙың ҡайһыһылыр өйләнер йә иһә кейәүгә сығыр, бала табыр. Был, моғайын да, йыл аҙағына табан булыр.
Шулай уҡ был йыл торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн яҡшы.
САЯН/СКОРПИОН
Йыл дауамында һеҙҙең тирә-йүнегеҙ яҡшыға үҙгәрер. Бәлки, таныштарығыҙ биргән мәғлүмәт йоғонтоһондалыр, нимәгәлер бик етди уҡый башларһығыҙ. Шулай уҡ 2020 йылда ниндәйҙер транспорт йә иһә элемтә сараһы алыуығыҙ мөмкин. Быны май уртаһына тиклем, ә һуңынан сентябрҙең икенсе яртыһынан һуң эшләү яҡшыраҡ.
Ғөмүмән, йылдың икенсе яртыһында тормошоғоҙ тынысһыҙыраҡ булып китер, бындай үҙгәрештәрҙең сәбәпсеһе булып үҙегеҙ торасаҡһығыҙ.
УҠСЫ/СТРЕЛЕЦ
Быйыл һеҙҙең тормошоғоҙҙа күп нәмә һеҙҙең инициативалылыҡтан (һөмһөҙлөк менән бутамаҫҡа) торасаҡ.
2020 йылдың икенсе яртыһында көс-хәл һәм энергия етмәүен тойоуығыҙ ихтимал. Был ваҡытта “үҙаллылыҡ” һүҙе һеҙҙең турала түгел. Барыһын да кем менәндер хеҙмәттәшлектә эшләү яҡшыраҡ.
ЫЛАҠ/КОЗЕРОГ
Һеҙгә күләгәнән, тыныс тормоштан, яңғыҙлыҡтан сығырға кәрәк: һеҙҙең йондоҙлоҡ билдәһенә тура килгән ҙур бәхет планетаһы Юпитерҙан бүләктәр алып өлгөрөргә кәрәк булған йыл башланды. Тимәк, 12 йыл алға ниндәйҙер уңайлы циклдар көтә алаһығыҙ, улар тормош шарттарына ла, йәмғиәттәге тенденцияларға ла ярашлы булыр. Карьера баҫҡысы тураһында хыялланаһығыҙмы? Бик мөмкин. Билдәлелек тураһындамы? Бының да һеҙҙең өсөн ысынбарлыҡҡа әүерелеүе ихтимал. Уңышлы никах тураһындамы? Мөмкин булмаған нәмә юҡ.
Үҙегеҙ өсөн иң мөһим булған уй-ниәттәрегеҙҙе йылдың тәүге яртыһында уҡ бойомға ашыра башлағыҙ.
ҺЫУҒОЯР/ВОДОЛЕЙ
Тормошоғоҙҙа эш-мәшәҡәттәрегеҙ ни тиклем күп булмаһын, һаулығығыҙ тураһында хәстәрлек күреүҙе кисектермәгеҙ. Бөгөнгө тырышлығығыҙ һеҙгә тағы әллә нисә тиҫтә йыл сәләмәт йәшәү мөмкинлеген бирәсәк.
Һәм мотлаҡ эшләгеҙ: был да һеҙҙең өсөн терапия. Күп мәсьәләләрҙә үҙ аллы булыуҙан ҡурҡмағыҙ, яуаплылыҡтан ситләшмәгеҙ.
Йыл дауамында документтарға айырым иғтибар бирегеҙ: уларҙы дөрөҫ тултырырға һәм ҡәҙерләп һаҡларға кәрәк.
БАЛЫҠ/РЫБЫ
Һеҙҙә хәҙер үҙ-үҙегеҙгә ышаныс етерлек, балаларығыҙға, яратҡан кешегеҙгә күп нәмә бирә алаһығыҙ. Ә майҙан алып бөтөнләй ғаилә эштәренә: күсемһеҙ милеккә бәйле мәсьәләләргә, ремонтҡа, ата-әсәйегеҙ һ.б. тураһында хәстәрлеккә сумыуығыҙ мөмкин.
2020 йылдың йәйендә етәкселектә үҙгәрештәр булыуы мөмкин, һеҙҙе үрләтеү тураһында мәсьәлә ҡаралыуы бар. Үҙ мөхитегеҙҙә билдәле шәхес булып китеүегеҙ мөмкин. Барлыҡ был ваҡиғаларҙы үҙегеҙҙең иң юғары ҡаҙаныштарығыҙ булараҡ түгел, ә ғаиләгеҙҙең тормошон яҡшыртыу мөмкинлеге булараҡ ҡараһағыҙ, уларҙы еңелерәк үткәрерһегеҙ.
Йондоҙнамәнең тулы вариантын “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитенең 2020 йылдың 10 ғинуарындағы 2-се һанында уҡырға мөмкин.
Шулай уҡ беҙҙең гәзиткә онлайн (ҡағыҙ йә иһә электрон версияһына) яҙылыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн сайтта “Яҙылыу” бүлегенә инергә кәрәк.
Читайте нас: