Кисә редакцияла “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләктәр отошо уҙҙы.
Был юлы редакцияға 380 квитанция ебәрелде. Уларҙың һәр ҡайһыһына билдәле номер беркетелде. Коронавирус инфекцияһы таралыуы буйынса эпидемиологик хәлгә бәйле, беҙ бүләктәр отошон элеккесә гәзит уҡыусыларыбыҙҙың киң ҡатнашлығында уҙғара алманыҡ. Шулай ҙа редакциянан гәзит алырға килеүсе иң әүҙем уҡыусыларыбыҙ ярҙамында барлыҡ бүләктәр уйнатылды.
Был юлы Түбәнге Ҡыйғы ауылынан Ф.Р. Ғайнановаға иң ҙур уңыш йылмайҙы. Ул беҙҙең суперпризға – бер ҡапсыҡ шәкәр ҡомона эйә булды.
Беҙ төп призды отоусыға шылтыратып, уны шатландырырға ашыҡтыҡ. Бүләкте алырға ул ҡыҙы һәм тормош иптәше менән килде. “Гәзиткә даими яҙылһам да, отошта беренсе тапҡыр бәхетемде һынап ҡарарға булдым һәм квитанция күсермәһен почта аша ебәрҙем. Һәм бына төп приз сыҡты. Тәүҙә ышанмай ҙа торҙом,” – ти Фәриҙә Ғайнанова, ҡыуанысын йәшермәйенсә.
Спонсорыбыҙ – “А. Әхмәтдинов” КФХ-һы бүләген (бер ҡапсыҡ бойҙай) Йонос ауылынан Ф.Ғ. Ниғәмәтова отто.
Әйткәндәй, Адил Әхмәтдинов етәкселегендәге КФХ быйыл райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары араһында иң күп ашлыҡ (854 т) йыйып алған һәм хеҙмәт ярышы йомғаҡтары буйынса “Үҫемлекселек буйынса иң яҡшы КФХ” тип танылды. Гәзиткә спонсорлыҡ ярҙамы күрһәткәне өсөн, беҙ Адил Алис улына ҙур рәхмәтлебеҙ.
Ҡалған призерҙар исемлеге:
№3 Вәлиуллина Ф., Үрге Ҡыйғы ауылы;
№35 Минниханова И.Н., Үрге Ҡыйғы ауылы;
№97 Ғибаҙуллина Р.И., Кандаковка ауылы;
№99 Довганюк Андрей, Ләүзә ауылы;
№112 Хажиев Радмир, Үрге Ҡыйғы ауылы;
№120 Әхәтова З., Яуын ауылы;
№128 Зарипова Светлана, Үрге Ҡыйғы ауылы;
№211 Хәйруллин М.З., Үрге Ҡыйғы ауылы;
№249 Саҙретдинов Н., Үрге Ҡыйғы ауылы;
№259 Ибраһимова Т.А., Үрге Ҡыйғы ауылы;
№268 Мөхөтдинова З.И., Үрге Ҡыйғы ауылы;
№307 Латифйәнова Л., Туғыҙлы ауылы;
№329 Вәлиева Тәнзилә, Ибрай ауылы.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм редакцияға приздар артынан килергә саҡырабыҙ. Үҙегеҙ менән паспорт, ИНН, яҙылыу квитанцияһы булһын һәм мотлаҡ битлектә килергә кәрәк!
Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Һеҙҙе яҡынлашып килеүсе Яңы йыл менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Яңы йыл һеҙҙең өсөн иң яҡшыһы – тыныс, имен һәм уңышлы булһын. Барлыҡ уй-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын, һаулығығыҙ һынатмаһын, ә яратҡан һәм яҡын кешеләрегеҙ һәр саҡ эргәгеҙҙә булһын! 2021 йылда ла беҙҙең гәзит менән бергә ҡалғанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!
Беҙ артабан да һеҙҙе бары тик яҡшы һәм күңелле яңылыҡтар, ҡыҙыҡлы материалдар менән ҡыуандырырға тырышырбыҙ, ә һәр ярты йыл һайын һеҙҙе яңы бүләктәр отошо көтәсәк!