Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
21 Ғинуар 2021, 21:34

СҮП-САР СЫҒАРЫУ ӨСӨН ХАҠ АРТА

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн хаҡтар арта башлай.

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн хаҡтар арта башлай.
2019 йылдың ғинуарынан республикала әлеге коммуналь хеҙмәт өсөн граждандарға берҙәм билдәләнгән хаҡ индерелгәйне. 2020 йылдың 1 сентябренән ул күтәрелде. Элек бер кешегә 70 һум түләгәндәр өсөн хаҡ 5 һумға артты, хәҙер ул айына – 75 һум, элек 35 һум түләгәндәр өсөн 20 һумға ҡиммәтләнде, бер кешегә – 55 һум. Сумма 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем тораҡ пункттан сүп-сар сығарыуға йәки сығармауға ҡарап билдәләнгән.
Властар белдереүенсә, был дәүмәл – ваҡытлыса.
«Беҙ билдәләгән тариф иҡтисади яҡтан нигеҙләнмәгән, ул күпкә түбәнерәк. Беҙ быға аңлы рәүештә барҙыҡ. Хәҙер бурыстың беренсе этабы үтәлде – сүпте сығара башланылар. Киләһе этапты тормошҡа ашырырға – ҡалдыҡтарҙы эшкәртә башларға кәрәк. Шуға күрә сүп-сар сығарыу өсөн тарифты арттырыуҙың киләһе этабы тураһында уйлау мөһим», — тине Радий Хәбиров.
Яйлап республикала сүп-сар сығарыу өсөн түләү Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитетының биш зона өсөн билдәләгән күләмгә тиклем арттырыла.
«Спецавтохозяйство» предприятиеһы эшмәкәрлеге зонаһында (1-се зона) ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарыу өсөн хаҡ күп фатирлы йортта – 75 һум, шәхси өйҙә 76 һумға тиклем була.
Читайте нас: