Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы (ППМИ) ярҙамында 2020 йылда районда 9 проект уңышлы тормошҡа ашырылды.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, финанс идаралыҡ начальнигы Г. Моратова әйтеүенсә, 2021 йылда программаны ғәмәлгә ашырыу дауам итәсәк. Декабрь айында барлыҡ ауыл биләмәләрендә йомғаҡлау йыйылыштары үткән. Халыҡ уларҙа әүҙем ҡатнашҡан, тәү сиратта хәл итергә кәрәкле мәсьәләләрҙе билдәләгән. Абзай ауыл биләмәһендә – Алағуз мәҙәниәт йорто өсөн сәхнә костюмдары, Ләүзә ауыл биләмәһендә – Ҡурғаш ауылы зыяратын кәртәләү өсөн төҙөлөш материалдары, Түбәнге Ҡыйғы ауыл биләмәһендә янғын һүндереү депоһы өсөн ҡорамалдар һатып алырға хәл ителгән.
Арыҫлан ауыл биләмәһендә йәшәүселәр – янғын һүндереү депоһына, Үрге Ҡыйғы ауыл биләмәһе – Йонос ауылындағы балалар майҙансығына капиталь ремонт яһарға йыйына. Дүшәмбикәләр мәктәптең электр сымдарын йүнәтеү тураһында ҡайғырта.
Йыланлы һәм Кандаковка ауыл биләмәләрендә – мәҙәниәт йорттарының тәҙрәләрен алмаштырырға (Вәҡиер һәм Солтан ауылдарында), Ибрай ауыл биләмәһендә Йүкәлекүл мәктәбе тәҙрәләрен алмаштырырға ҡарар иткәндәр.
Бөгөн республика конкурсында ҡатнашыуға электрон форматта конкурс заявкаларын әҙерләү бара.
Барлыҡ сығанаҡтарҙан проекттарҙы дөйөм финанслау 3,5 миллион һум тәшкил итәсәк. Ошоноң 2 миллион 400 мең һумы – республика, 700 меңе район бюджетынан бүленәсәк. Халыҡтың 235 мең һум, спонсорҙарҙың 185 мең һум күләмендә өлөш индереүе күҙаллана.
Барлыҡ проекттарҙың да конкурсты уңышлы үтеүҙәрен теләйбеҙ.