Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
9 Февраль 2021, 18:14

Яңы асфальт-бетон заводы төҙөлә

Ҡыйғы районында “GLB – 2000” асфальт ҡоролмаһы менән яңы асфальт-бетон заводын монтажлау бара. 10 эш урынына иҫәпләнгән заводтың ҡеүәте сәғәтенә 160 тонна асфальт сығарыуға иҫәпләнгән.

Районда “GLB – 2000” асфальт ҡоролмаһы менән яңы асфальт-бетон заводын монтажлау бара. 10 эш урынына иҫәпләнгән заводтың ҡеүәте сәғәтенә 160 тонна асфальт сығарыуға иҫәпләнгән. “Башкиравтодор” АЙ-һы системаһында ошондай уҡ завод былтыр Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлгән. Беҙ “Башкиравтодор” АЙ-һы филиалы – Ҡыйғы юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы Ш. Зариповтың яңы объект тураһында һөйләүен һораныҡ:
Асфальт-бетон заводы Үрге Ҡыйғы ауылынан 5 километр алыҫлыҡта, Үрге Ҡыйғы һәм Дүшәмбикә ауылдары араһында 6,25 га территорияла урын аласаҡ. Территорияла асфальт бутағыс ҡулайлама, битум һаҡлағыс, административ-көнкүреш корпусы ҡороласаҡ. Яңы ҡорамалдар тәбиғи газ ярҙамында эшләй. Завод тулыһынса автоматлаштырылған һәм компьютерлаштырылған буласаҡ, был юғары стандарт маркалы, заманса һәм экологик талаптарға яуап биргән асфальт алырға мөмкинлек бирәсәк. Заманса таҙартыу ҡоролмалары урынлаштырыласаҡ, комплектта фильтрҙар ярҙамында саң таҙартыу системаһы бар, уның эффектлылығы 99,998% тәшкил итә. Был завод республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарын тәьмин итәсәк, Бөрө–Таҙтүбә–Һатҡы автомобиль юлын реконструкциялауҙа ҡатнашасаҡ.
Әлеге ваҡытта заводты материалдар, ҡорамалдар менән комплектлау бара, фундамент төҙөлә, Өфө ҡалаһынан бетон изделиелар (юл плиталары, фундамент блоктары) килтерелә.
Яңы асфальт-бетон заводын ошо йылдың майында асыу планлаштырыла, ул техника менән комплектланасаҡ (асфальт йәйеү, заводтың үҙен хеҙмәтләндереү өсөн машиналар комплексы һ.б.).
Беҙҙең районда әлегә тиклем күп йылдар эшләгән асфальт-бетон заводы заманса талаптарға яуап бирмәй: территорияһы сикләнгән, логистикаға ярашлы түгел, ҡорамалдары иҫкергән. Шуға ла яңы урында завод төҙөү ихтыяжы тыуҙы. Яңы заводты эшләтеп ебәргәнсе иҫкеһе ваҡ юл эштәре (юлдарҙа соҡорҙарҙы ямау) өсөн файҙаланыласаҡ, ә артабан һүтеп алынасаҡ, ә базаһы муниципаль милекселеккә тапшырыласаҡ.

А. Ғималова фотоһы.

Читайте нас: