Данлыҡлы яҡташыбыҙ, генерал-майор, Ленин премияһы лауреаты, ғалим һәм инженер Рәфғәт Әхтәм улы Вәлиевтең тыуыуына 110 йыл тулыуға ҡарата һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан “Ул бөйөк йылдар алдында баш эйәбеҙ” китабы донъя күрҙе.
Публицистик баҫтаның авторы, төҙөүсеһе – тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Рәмил Асҡаров. Был китап “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте ярҙамы менән баҫтырылды. Ул документтар нигеҙендә төҙөлгән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, Вәлиев Рәфғәт Әхтәм улының хәтирәләрен үҙ эсенә ала.
Шулай уҡ унда һуғыштан һуң хәрби полигондарҙа эшләүселәр, Тыуған илебеҙ оборонаһын нығытыусылар тураһында һөйләнелә. Был китапта шулай уҡ Р. Вәлиевтең дуҫтарының, яҡташтарының һәм коллегаларының хәтирәләре урын алған. “Ул бөйөк йылдар алдында баш эйәбеҙ” китабының төп ҡиммәте – уникаль фотолар һәм әҫәр геройының авторлыҡ яҙмалары.
Был китап уҡыусыларға, студенттарға, тарих уҡытыусыларына, шулай уҡ киң даирә уҡырмандарға кәңәш ителә.
Р. Вәлиевтең тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған материалдарҙы “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитенең 2021 йылдың 26 февралендәге 9-сы һанында 5-се биттә уҡырға мөмкин.
Әгәр һеҙ беҙҙең гәзиткә яҙылмаған булһағыҙ, һәр яңы һанды райондың теләһә ҡайһы почта бүлексәһенән, шулай уҡ редакцияла һатып алырға була.