Ауыл хужалығын үҫтереү граждандарҙың именлеген яҡшыртыу һәм, тәү сиратта, хәүефһеҙ һәм осһоҙ туҡланыу продукттары менән тәьмин итеү өсөн кәрәк.
Бөгөн район буйынса ауыл хужалығы ерҙәре майҙаны 93 мең гектар тәшкил итә, һөрөнтө ерҙәр – 43,1 мең гектар.
Район территорияһында ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе 114 предприятие, шул иҫәптән, 3 производство кооперативы, 7 яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, 104 крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар – 6745.
2017 йылдың 9 айында бөтә категория хужалыҡтар тарафынан 973 миллион һумлыҡ продукция етештерелгән. Был 2016 йыл кимәленә ҡарата 101% тәшкил итә (уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 967 миллион һумлыҡ булды), шул иҫәптән ауыл хужалығы предприятиелары – 184 миллион һумлыҡ, барлыҡ етештерелгәндең 18,9 процентын (2016 йылда – 186 миллион – 19,2%), крәҫтиән-фермер хужалыҡтары – 129 миллион һумлыҡ – 13,2% (2016 йылда – 118 миллион – 12,2%), шәхси ярҙамсы хужалыҡтар – 661 миллион һумлыҡ – 67,9% (2016 йылда – 663 миллион – 68,6%) продукция етештергән. Йылдан-йыл крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тарафынан етештерелгән продукция кимәле арта. Тулайым продукция структураһында күпселек өлөш һөт етештереүгә тура килә – 32,2%. Ауыл хужалығында производствоның сезонлы характерҙа булыуы арҡаһында табыштың төп өлөшө йәйге осорҙа һәм ураҡ эштәре тамамланғас керә.
Ағымдағы ауыл хужалығы йылы үҫемлекселек өсөн матди-техник һәм финанс тәьмин итеү яғынан да, һауа шарттары буйынса ла ҡатмарлы килде. Үҫемлектәр үҫкән осорҙа дым артыҡ булды. Уңышты урып йыйыу ҙа ҡатмарлы шарттарҙа барҙы.
2017 йыл уңышы өсөн 8100 гектарҙа иген культуралары сәселде, йәғни уҙған йыл кимәленә ҡарата 122%.
Эшкәрткәндән һуң һуғылған иген 11355 тонна тәшкил итте, был уҙған йыл кимәленә ҡарата 117%. Иген культураларының һәр гектарынан 14 центнерҙан ашыу уңыш алынды.
Бер үк тәбиғәт-климат шарттарында иген культураларының уңдырышлылығы төрлө хужалыҡтарҙа төрлөсә: гектарынан 19,4 центнерҙан алып 5,4 центнерға тиклем. Түбәндәге хужалыҡтарҙа уңдырышлылыҡ иң юғарыһы: “Закиров Ф.” КФХ-һында – гектарынан 19,9 центнер, “Вәлиев А.” КФХ-һында – 17,4 ц, “Әй” колхозында – 15,9 ц.
Ауыл хужалығы культураларының уңдырышлылығын арттырыуҙың иң өҫтөнлөклө йүнәлеше булып минераль һәм органик ашламаларҙы, химия-лаштырыу сараларын ҡулланыу тора. Быйыл минераль ашламалар ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыу өсөн һәм орлоҡ участкалары сәсеүлектәрендә ҡулланылды. 1 гектар һөрөнтө ергә ни бары 2,2 кг тәьҫир итеүсе матдә индерелгән.
“Әй”, “Красный Урал” АПК-лары, “Әхмәтдинов Ә.” КФХ-һы ағыуҙар менән бер рәттән үҫеш стимуляторҙары һәм микроашламалар ҡулланды. Ҡалған хужалыҡтар минераль ашламаларҙы ҡулланмай һәм, һөҙөмтә булараҡ, йыл һайын район буйынса уртасанан түбәнерәк уңыш ала.
“Әй” колхозында 4500 тонна органик ашлама мал аҙығы культуралары баҫыуҙарына сығарылды.
Район хакимиәте хужалыҡтарҙың тупраҡ уңдырышлылығын арттырыу буйынса эшенә ярҙам күрһәтте, органик ашламалар индереү буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға муниципаль бюджеттан 180000 һум суммала субсидия бүлде.
Беҙҙең район шарттарында уңыш алыуға бер мөһим фактор ҙур йоғонто яһай. Ул – сәсеү әйләнешен дөрөҫ файҙаланыу, культураларҙы сиратлаш-тырыу һәм сәсеү әйләнешендә күп йыллыҡ ҡуҙаҡлы үләндәрҙе элгәр булараҡ файҙаланыу.
Игендәр структураһын – борсаҡ, кәрешкә, ҡуҙаҡлылар, күп йыллыҡ үләндәрҙе клевер, люцерна, ҡандала үләне менән байытыу мөһим булып тора. Күп йыллыҡ үләндәрҙең төп өлөшөн ҡартайған үләндәр тәшкил итә. Игенселектең фәнни нигеҙләнгән системаһы буйынса йыл һайын күп йыллыҡ үләндәрҙең 20–30 проценты яңыртылырға тейеш, бөгөнгә был күрһәткес 5 проценттан артмай. Быйыл яңыртыу өсөн планда ҡаралған 406 гектар урынына 443 гектар, йәғни 109% сәселде.
2018 йыл уңышы өсөн яҡшы нигеҙ һалынды: 2100 гектарҙа ужым культуралары сәселде, был уҙған йыл кимәленә ҡарата 105% тәшкил итә; 3500 гектар ер туңға һөрөлдө.
Хужалыҡтарға орлоҡ һалыу һәм уны кондицияға еткереү буйынса эште ваҡытында башҡарырға кәрәк.
Эш тәжрибәһе йылдан-йыл ошоно раҫлай: прогрессив энергия һаҡлау технологиялары индерелгән, минераль һәм органик ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары ҡулланылған, игенселектең фәнни нигеҙләнгән системаһының барлыҡ агротехник талаптары ҡулланылған хужалыҡтарҙа һөҙөмтә лә бар – алынған продукция күләме арта, уны етештереү рентабелле, финанс-иҡтисади күрһәткестәр яҡшыра.
Районда бөтә категория хужалыҡтарҙа 14267 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 5806 һыйыр, бынан тыш, 1743 баш йылҡы малы, 11315 һарыҡ-кәзә, 45 меңдән ашыу ҡош-ҡорт, 2963 умарта иҫәпләнә.
Ауыл хужалығы предприятиеларында һыйыр малдары һәм аттар һанының бер ни тиклем кәмеүе күҙәтелә. Һыйыр малдары 2867 баш, йәғни уҙған йылдың ярашлы осорона ҡарата 91%, шул иҫәптән һыйырҙар 1186 баш (84,7%). Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында һыйыр малдары һәм аттар күбәйгән. Туҡай ауылындағы “Нотфуллин Р.” КФХ-һы – 18 баш тоҡомло тана, Йосоп ауылындағы “Мәрмәр дала” КФХ-һы (Зарянский Д.И.) – Дәүләкән районынан 7 баш тана, Үрге Ҡыйғы ауылындағы “Мәғәфүрова” КФХ-һы Нуриман районынан 62 баш ат һатып алды.
Ике ауыл хужалығы предприятиеһы: “Төньяҡ-Көнсығыш” һәм “Шоңҡар” АП-һы ЯСЙ-лары – һыйыр малы, “Әй” һәм “Красный Урал” колхоздары аттар һанын арттырыуға ирешкән.
Ошо йылдың 9 айында ауыл хужалығы предприятиеларында 24332 центнер һөт етештерелгән, был уҙған йылдың ярашлы осорона ҡарата 97,7% тәшкил итә. “Әй” колхозы АПК-һы коллективы һөт етештереүҙе йылдан-йыл арттыра, унда быйыл 10907 центнер, дөйөм район күрһәткесенең 45 проценты етештерелгән. Шулай уҡ “Төньяҡ-Көнсығыш” һәм “Шоңҡар” АП-лары ЯСЙ-ларында былтырғынан күберәк һөт етештереп һатылған. Уҙған осорҙа фураждағы һәр һыйырҙан район буйынса уртаса 2961 кг һөт һауып алынған, был уҙған йылдың ярашлы осорона ҡарағанда 68 килограмға кәмерәк. Һыйырҙарҙың продуктлылығы “Әй” АПК-һында һәм “Төньяҡ-Көнсығыш” АП-һы ЯСЙ-һында иң юғарыһы: шуға ярашлы 3636 кг һәм 3037 кг.
Районда айырым ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр: “Восход”, “Ыҡ” агрофирмалары, “Солтанова Э.Р.”, “Вәлиуллин В.К.” КФХ-лары ит етештереү йүнәлешендә малсылыҡ менән шөғөлләнә. Ошо маҡсатта һыйырҙарҙы герефорд ит тоҡомо үгеҙҙәре менән ҡасырыу бойомға ашырыла. Был йәш һыйыр малдарын үҫтереүҙә һәм һимертеүҙә уртаса тәүлек артымды район буйынса 674 грамға еткерергә мөмкинлек бирҙе. “Әй” АПК-һы, “Восход” агрофирмаһы, “Вәлиуллин В.К.” КФХ-һы һыйыр малдарынан 700 грамдан күберәк артым ала.
Райондың ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тос өлөш индерә. Фермерҙар Әхмәтдинов Әҙил, Вәлиуллин Вадим, Ғиндуллин Олег, Хафизов Ленат, Ғирфанов Юнир, Сафин Фидаел һәм башҡалар малсылыҡ продукцияһын етештереп һатыу буйынса йылдан-йыл яҡшы күрһәткестәргә ирешә.
Малсылыҡта иң яуаплы осор – малдарҙы ҡышҡы шарттарҙа аҫрау башланды. Хәҙер белгестәрҙең һәм барлыҡ малсыларҙың төп бурысы – мал ҡышлатыуҙы ойошҡанлы үткәреү, малсылыҡ продукцияһы етештереү һәм һатыуҙың, малдар һанының кәмеүенә юл ҡуймау.
Малсылыҡта дәүләт ярҙамы (һатылған һөт өсөн субсидия) туранан-тура малдарҙың продуктлылығына бәйле. Һауым ни тиклем күберәк, һөт өсөн ставка ла шул тиклем юғарыраҡ. Ошо йылдың 9 айында “Красный Урал” АПК-һында – ни бары 2397 кг, Тимирязев исемендәге АПК-ла – 2114 кг, “Ғаилә фермаһы” АП-һы ЯСЙ-һында 1652 кг һөт һауып алынған. Йәйге ваҡытта, ҙур күләмдә осһоҙ һөт алыу осоронда, был хужалыҡтар майҙан сентябргәсә һауымдың түбәнәйеүе арҡаһында һәр ҡайһыһы 500 мең һумдан ашыу табыш юғалтты. Төп сәбәп мал көтөүҙе ойоштороуҙағы етешһеҙлектәргә, һауынсыларҙың хеҙмәт дисциплинаһын боҙоуына һәм һыйырҙарҙы ваҡытында һаумауына ҡайтып ҡала. Тулы ҡиммәтле ашатыуҙы тәьмин итеүҙән тыш малдарҙың продуктлылығын арттырыуға ирешеп булмай.
9 ай эсендә район буйынса уртаса һәр 100 һыйырҙан 68 быҙау алынған (былтырғынан 2 башҡа кәмерәк). Әгәр “Әй” һәм “Красный Урал” АПК-ларында 87 быҙау алынһа, “Ғаилә фермаһы” АП-һында – ни бары 56, Тимирязев исемендәге АПК-ла – 66 быҙау.
Һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыуҙы ойоштороу – малдарҙың тоҡом һәм продуктлылыҡ сифаттарын яҡшыртыу-ҙың, тимәк, һыйырҙарҙың продуктлы-лығын күтәреүҙең төп шарты. Был эш бөгөнгә ике хужалыҡта: “Әй” һәм “Красный Урал” АПК-ларында ғына ойошторолған. Яһалма ҡасырыу үгеҙҙәр менән ирекле ҡасырыуға ҡарағанда 2–3 тапҡырға иҡтисади яҡтан отошлораҡ. 100 мең һумға тоҡомло тана һатып алыу һәр кемдең хәленән килмәй. Тоҡомло үгеҙ орлоғо менән яһалма ҡасырыу ярҙамында алынған быҙау, 100 мең һумға һатып алынған мал кеүек үк, тоҡомло мал булып тора. Бер доза орлоҡ хаҡы – 150–180 һум. 15 кг тере ауырлыҡтағы быҙау алып, уны һыйырға әйләндергәнсе 3 йыл үҫтергәнсе, намыҫлы белгес-техник һайлап алырға, уҡытырға, уға лайыҡлы хеҙмәт түләргә кәрәк.
Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында 2017 йылдың 1 октябренә ҡарата түбәндәгесә техника иҫәпләнә:
тракторҙар – 133 берәмек; ағымдағы йылда 4 трактор һатып алынған, уларҙың береһе яңы (“Әй” колхозы 6,7 миллион һумлыҡ “К-744Р2” тәгәрмәсле тракторын һатып алған).
Эшкәртелергә тейешле барлыҡ һөрөнтө ерҙәрҙе алғанда (23300 га), 1 тракторға йөкләнеш 175 гектар тирәһе.
Мониторинг һөҙөмтәһенә ҡарағанда, тракторҙарҙың ҡулланылыш ваҡыты уртаса 19,1 йыл. Парктың 65 проценты иҫкергән.
Тракторҙар паркында яңылары 36% ҡына тәшкил итә. Киләсәктә тракторҙар паркын яңыртырға, Т-150К, К-701 кеүек һәм гусеницалы тракторҙар һатып алырға кәрәк, уларға хаҡынан 50% күләмендә субсидия бирелә.
Иген урыу комбайндары – 19 берәмек. Уларҙың 15-е эшкә яраҡлы. Бер комбайнға йөкләнеш – 360 га. Уртаса ҡулланыу ваҡыты – 24 йыл. Комбайндар паркы мораль һәм физик иҫкергән. Уның дүрттән өс өлөшөн яңыртырға кәрәк. Быйыл “Әй” колхозы кредитҡа КЗС-812 “Полесье” комбайнын һатып алды.
Мал аҙығы урыу комбайндары – 13 берәмек, уларҙың 5-еһе үҙйөрөшлө.
Бер иген урыу комбайнына йөкләнеш 78 гектар тәшкил итә. Силос һәм мал аҙығы культуралары аҙ сәселеүе сәбәпле, йөкләнеш бик түбән. Комбайндарҙың уртаса ҡулланылыш ваҡыты – 20,5 йыл. Был комбайндар паркы ла шулай уҡ иҫкергән.
ИГЕН ТАҘАРТЫУ ҺӘМ КИПТЕРЕҮ ХУЖАЛЫҒЫ
Иген таҙартыу, киптереү комплек-стары юҡлығы арҡаһында Тимирязев исемендәге АПК-ла, “Ыҡ” агрофир-маһында, “Төньяҡ-Көнсығыш” АП-һында, барлыҡ фермер хужалыҡтарында иген киптерелмәй һәм тейешле кондицияға еткерелмәй. Иген таҙартыу һәм киптереү ҡорамалдарын һатып алырға кәрәк, уларға хаҡтарынан 50% күләмендә субсидия бирелә.
2016 йылда барлығы 24,5 миллион һумға 34 берәмек техника һатып алынды. 2017 йылдың 9 айында ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр 16,5 миллион һумлыҡ 14 берәмек техника алды.
Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә техниканы һәм ҡорамалдарҙы ремонтлау буйынса өс шәхси эшҡыуар: И.А. Хәлиуллин, Р.Р. Сәйҙәхмәтов, Ф.Р. Камалетдинов хеҙмәттәр күрһәтә. Улар беҙҙең хужалыҡтарға ғына түгел, күрше төньяҡ-көнсығыш райондарға ла хеҙмәттәр күрһәтә, сөнки төбәктә бындай төр предприятиелар беҙҙең районда ғына бар. Шунлыҡтан, киләсәктә хеҙмәттәр күләмен үҫтерергә кәрәк.
“Хәлиуллин И.А.” шәхси предприятиеһы – двигателдәр ремонтлау, терһәкле валдарҙы, цилиндр гильзаларын ҡырыу, иҫкергән деталдәрҙе яңыртыу, “Сәйҙәхмәтов Р.Р.” предприятиеһы – двигателдәрҙе, автомобилдәрҙе һәм тракторҙарҙы ремонтлау, “Камалетдинов Ф.Р.” предприятиеһы юғары баҫымлы яғыулыҡ насостарын ремонтлау һәм көйләү буйынса эштәр башҡара.