Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
25 Октябрь 2018, 17:08

Йыл башыннан Башкортостан пенсионерҙары 174 миллиард һум алган

Быйыл 10 айҙа Башҡортостанда пенсия түләүгә Пенсия фонды сығымдары 174 миллиард һум тәшкил иткән.Бөтә пенсиялар һәм пособиелар ваҡытында һәм тулы күләмдә түләнә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы./

Быйыл 10 айҙа Башҡортостанда пенсия түләүгә Пенсия фонды сығымдары 174 миллиард һум тәшкил иткән.

Бөтә пенсиялар һәм пособиелар ваҡытында һәм тулы күләмдә түләнә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

Октябрҙә пенсияны һәм башҡа түләүҙәрҙе таратыу тамамланған. Был маҡсатҡа, дөйөм алғанда, 16,7 миллиард һум талап ителгән.

Башкортостандың 2018 йылдың июленә биргән мәглүмәттәренә ярашлы, республикала пенсионерҙар һаны бер йылда 1,5% артҡан һәм 1,186 миллион кешегә еткән.

Күбеһенсә ул ҡартлыҡ буйынса страховка пенсиялары алған кешеләр (995,2 мең кеше). Ошо категорияға ҡараған пенсионерҙарҙың уртаса айлыҡ түләүе 13 099 һум тәшкил иткән.

Инвалидлыҡ буйынса уртаса страховка пенсияһы 8 538 һумға тиң булған, ҡараусыны юғалтыу буйынса – 8 996. Дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия алыусыларға айлыҡ түләү уртаса 9 383 һум тәшкил иткән.
Читайте нас: