Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
29 Октябрь 2018, 16:28

Республикала шәхси сыр кайнатыусылар 200 тонна сыр етештергән

Башҡортостандың 20 шәхси сыр ҡайнатыусыһы туғыҙ айҙа 200 тонна сыр етештергән. Сыр ҡайнатыу кәсепселегенә дөйөм продукция өлөшөнөң 2 проценты тура килә.

ӨФӨ, 2018 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостандың 20 шәхси сыр ҡайнатыусыһы туғыҙ айҙа 200 тонна сыр етештергән. Сыр ҡайнатыу кәсепселегенә дөйөм продукция өлөшөнөң 2 проценты тура килә. Ҡалған 98 процентын Бәләбәй һөт комбинаты етештерә. Республикала бер йылда 13,2 мең тонна сыр һәм сыр ризыҡтары етештерелә. Продукцияның 60 проценты төбәктән ситкә сығарыла. 2019 йылда 1 процентҡа күберәк сығарыу күҙаллана.
«Алдыбыҙға амбициялы маҡсаттар ҡуябыҙ. 2030 йылға Рәсәйҙең сырлы баш ҡалаһына әйләнергә тейешбеҙ. Системалы үҫешәсәкбеҙ, беҙ уны нисек эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ», — тип «Интерфакс» вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың телмәренән өҙөмтә килтерә.

Читайте нас: