Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Октябрь 2018, 19:58

“NICE” ҺӘР КЕМГӘ ОҠШАЙ

Район үҙәгендә экологик таҙа һыу һатыуға сығарыла башланы. Күптән түгел район үҙәгендә минераль һәм газлы һыуҙы шешәләргә тултырып сығарыу цехы эшләй башланы. Был эште, Завод урамындағы элекке контора бинаһын йыһазландырып, шәхси эшҡыуар Нәғим Сафин ойошторған.

Производствоны асыуға Н. Сафин бик күп аҡса һалған. Уның иҫәпләүҙәре буйынса, киләсәктә барлыҡ сығым үҙен аҡларға тейеш. Эшҡыуар дүрт кешене эш менән тәьмин иткән, продукцияны һатыу баҙары билдәләнгән – район үҙәге сауҙа нөктәләренә сығарыласаҡ.
– Ҡорамалдарҙы Ырымбур ҡалаһынан һатып алдыҡ. Һыуҙы предприятие эргәһендәге башнянан алабыҙ, – тип һөйләй Нәғим Сафин. – Фильтрҙар һәм таҙартыу системаһы аша үтеп, ул шешәләргә ҡойола. 1,5 литрлыҡ пластик шешәләрҙә “Дюшес”, “Лимонад”, “Тархун” газлы һыуҙарын, минераль һыу сығарабыҙ.
Әҙер продукцияны магазиндарға эшҡыуарҙың улы Әлфис Сафин илтә. Ул производство өсөн яуаплы.
Бында етештерелгән эсемлектәрҙең тәм сифаттары бик яҡшы, улар күп төрлө экспертизаларҙы уңышлы үткән. Район үҙәге халҡы “NICE” маркаһы аҫтындағы һыуҙарҙы ҙур ихласлыҡ менән һатып ала.
Пластик шешәләр Екатеринбург ҡалаһынан килтерелә. Этикетканы Өфө ҡалаһы типографияһында баҫтырып алғандар. Предприятиела Владик Фәрхиуллин, Дамира Сафина, Борис Әхмәтовтар эшләй. Уларҙың барыһы ла үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Цех заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителгән, һаҡлау өсөн бүлмәләр бар.
Н. Нәғимов. Автор фотоһы.

Читайте нас: