Беҙҙең Ҡыйғы
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
2 Ноябрь 2018, 12:38

Радий Хәбиров Ауыл хужалы министрлыгына башкорт балының данын яклау системаһын төҙөргә ҡушты

Радий Хәбиров Башҡортостандың Ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахмановҡа башҡорт балының данын яҡлау системаһын төҙөргә ҡушты. Быға интернеттағы Красноярскиҙа һатылған башҡорт балы башҡалар араһында иң сифатһыҙы тип танылған һәм аҙыҡтың сифат күрһәткестәренә тап килмәй тигән мәғлүмәт сәбәпсе булды.

ӨФӨ, 2018 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. /
Радий Хәбиров Башҡортостандың Ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахмановҡа башҡорт балының данын яҡлау системаһын төҙөргә ҡушты. Быға интернеттағы Красноярскиҙа һатылған башҡорт балы башҡалар араһында иң сифатһыҙы тип танылған һәм аҙыҡтың сифат күрһәткестәренә тап килмәй тигән мәғлүмәт сәбәпсе булды. Красноярск стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар төбәк үҙәге төҙөгән рейтингка ярашлы, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең тәбиғи башҡорт балы Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә етештерелгән татлы ризыҡ өлгөләре араһында һуңғы, 13-сө урынды алған. Мәғлүмәт үҙәктең рәсми сайтында баҫылған.
Учреждение был төбәккә бал оҙатмай һәм уҙған йылдарҙа тап ошонда «Башҡорт балы» исеме аҫтында ялған бал һатҡандар, тип раҫлай Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Әмир Ишемғолов. Уның һүҙҙәренсә, ошондай агрессив сәйәсәт 2021 йылда Өфөлә «Апимондия» бөтә донъя конгресын уҙғарыуға бәйле. Шул рәүешле башҡорт балының данын төшөрөргә теләйҙәр. Учреждение Красноярск крайындағы стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар дәүләт төбәк үҙәге исеменә үҙенең абруйын яҡлау тураһында Арбитраж судка ғариза яҙған.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов «Башинформ» агентлығына башҡорт балының сифатын шик аҫтына ҡуйған ошо һәм башҡа осраҡтарға бәйле республика төбәктең төп брендын яҡлау системаһын төҙөйәсәге хаҡында һөйләне.
«Иртәгә башҡорт балының данын яҡлау системаһын төҙөү өсөн Хөкүмәт кимәлендә юристар менән йыйылабыҙ. Әлегә тиклем бер кем дә ошо эш менән шөғөлләнмәне. Юридик күҙлектән системалы, теүәл эшләйәсәкбеҙ».
Читайте нас: