Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
8 Ноябрь 2018, 12:13

Өфөлә Төньяк автозалдың эшмәкәрлеге тергеҙелмәй-Башавтотранс

«Башавтотранс» һуңғы көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә фекер алышыу тыуҙырған Төньяҡ автовокзалдың статусына ҡағылышлы мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе. Өфө блогеры Черниковкалағы вокзалдың бинаһына һәм туҡталҡала торған бик күп «НефАЗ»дарға иғтибар иткән.

ӨФӨ, 2018 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
«Башавтотранс» һуңғы көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә фекер алышыу тыуҙырған Төньяҡ автовокзалдың статусына ҡағылышлы мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе. Өфө блогеры Черниковкалағы вокзалдың бинаһына һәм туҡталҡала торған бик күп «НефАЗ»дарға иғтибар иткән. Ул вокзалды «йәнләндерерҙәр» тип уйлаған.
Ләкин, предприятиела әйтеүҙәренсә, 2013 йылда авария хәлендә ябылған Төньяҡ автовокзал бинаһы консервацияланған килеш ҡала. Уның янындағы майҙансыҡ ремонтланырға тейешле транспортты һаҡлау өсөн файҙаланыла. Ҡойма иһә милекте һаҡлау өсөн кәрәк. «Асылда, бында ваҡытлыса һаҡлау туҡталҡаһы ойошторолған», — тип аңлаттылар «Башавтотранс»та.
2017 йылда Төньяҡ автовокзал бинаһы 83 миллион һумға һатыуға ҡуелды, әммә был хаҡҡа һатып алыусы табылманы.

Читайте нас: