ӨФӨ, 2018 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
30 ноябрҙән Башҡортостанда Өфө – Яңы Абҙаҡ маршруты буйынса йөрөгән «Урал легендаһы» поезының хәрәкәте тергеҙелә. Туристар араһында популяр был ҡышҡы маршрут буйынса хәрәкәт кәмендә 1 апрелгә тиклем дауам итә тип күҙаллана. Ошондай «тау» маршрутына ихтыяж башҡа йыл миҙгелдәрендә лә булһа, «Урал легендаһы» поезы хәрәкәте яҙғы-йәйге осорҙа ла дауам итәсәк.
«Уҙған йылдағы кеүек, «Урал легендаһы» аҙнаһына өс тапҡыр: йома, шәмбе һәм йәкшәмбе йөрөй. Юлдағы ваҡыт – 5,5 сәғәт. Юл хаҡы 700 һум тәшкил итә. Балалар, студенттар һәм льготалылар өсөн ташламалар ҡаралған», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат секретары Сергей Спатар.
Уның һүҙҙәренсә, флагманға әйләнгән Өфө – Асы – Айғыр – Белорет – Яңы Абҙаҡ маршрутын махсус рельстағы бер, ике йәки өс вагонлы автобустар хеҙмәтләндерә.
Өфөнән «Урал легендаһы» поезы урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 6 тула 1 минуттан ҡуҙғала һәм Яңы Абҙаҡҡа 12 тула 22 минуттан килеп етә.
Киреһенсә, Яңы Абҙаҡтан Өфөгә поезд киске 6-сы 7 минутта сыға һәм төнгө 12-се 18 минутта килә.
«Быйыл беҙ махсус рәүештә күсмә состав әҙерләнек, Айғырҙы һәм республикабыҙҙың тау саңғыһы курорттарын төшөргән билдәле фотографтарға мөрәжәғәт иттек. Улар беҙгә үҙҙәренең фотоларын күрһәтте һәм беҙ улар менән «Урал легендаһы» вагондарын биҙәнек. Бынан тыш, вагондарҙа саңғылар һәм сноубордтар өсөн махсус ҡулайламалар ҡуйҙыҡ», — тип өҫтәне Сергей Спатар.
Уҙған миҙгелдә «Урал легендаһы» поездары 10 меңдән ашыу ҡышҡы туризмды яратыусыны ташыны. Шул уҡ ваҡытта бөтәһе лә Абҙаҡ тау саңғыһы курорттарына бармай. Туристарҙың бер өлөшө Инйәр һәм Айғыр станцияларында төшөп ҡала. Былар иһә йәйәүлеләр туризмын һайлаған кешеләр, улар ҙа аҙ түгел, тип билдәләнеләр Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһында.