Беҙҙең Ҡыйғы
+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
14 Ноябрь 2018, 17:08

Өфө хакимиәте Ағиҙел аръяғындағы 204 гектар ерҙе төҙөүсегә эшкәртергә бирҙе

Өфө хакимиәтенең рәсми сайтында «Ленин районында Затон шоссеһы, Алексеевка шоссеһы һәм ҡала урмандары менән сикләнгән биләмәне планлаштырыу һәм межалау проектын әҙерләү тураһында» документ баҫылған.

ӨФӨ, 2018 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Өфө хакимиәтенең рәсми сайтында «Ленин районында Затон шоссеһы, Алексеевка шоссеһы һәм ҡала урмандары менән сикләнгән биләмәне планлаштырыу һәм межалау проектын әҙерләү тураһында» документ баҫылған. Рөхсәт ҡағыҙын «Төҙөлөш идаралығы-36» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алған. Был биләмәнең майҙаны — 204 гектар.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 8 март ҡасабаһы янында бүленгән ерҙә яңы биҫтә төҙөү күҙаллана. Бынан алда төҙөлөш идаралығы юлдың ҡапма-ҡаршы яғындағы участкаларҙы һорағайны. Әле төҙөлөш башланмаған.
Читайте нас: