Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
19 Ноябрь 2018, 14:07

Башҡортостанда етештерелгән эко -продукцияның бөтә донъя баҙарына сығыуы мөмкин

Органик аҙыҡ-түлек етештереүселәр һәм ҡулланыусылар милли берләшмәһенең башҡарма директоры О. Мироненко, киләсәк – тәбиғи шарттарҙа етештерелгән аҙыҡ-түлектә, тип иҫәпләй.

Әлегә Рәсәйҙә барыһы 160 миллион евролыҡ органик аҙыҡ-түлек етештерелә, ә бар донъя баҙары 125 миллиард евролыҡ баһалана.
Рәсәйҙә тәбиғи аҙыҡ-түлек етештереү буйынса хәлде 2020 йылдың 10 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк “Органик игенселек тураһында” федераль закон үҙгәртә ала.
Органик аҙыҡ-түлек теге йәки был төбәккә туристарҙы ылыҡтырыу өсөн дә әһәмиәтле шарт булып тора. Аграр йәки ауыл туризмы өлөшө 30% еткән дә инде. Хәҙер туристарҙы, уңайлы шарттарҙан тыш, туҡланыу аҙығы ла ҡыҙыҡһындыра. “Кешеләр милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарарға, ябай ауыл тормошонда, йорт хайуандары араһында йәшәп ҡарарға теләй,” – тип билдәләне Олег Мироненко. Эксперт Башҡортостанда ауыл туризмын үҫтереү, сифатлы тәбиғи шарттарҙа етештерелгән аҙыҡ-түлекте ҡулланыуҙы арттырыу өсөн шарттар булыуына ихлас ышана.
“Республика ауыл хужалығы продукцияһы стандарттарына талап- тарҙы ҡатыраҡ та ҡуя ала, тип иҫәпләйем. Ул ваҡытта Рәсәй генә түгел, сит ил ҡулланыусылары ла Башҡор- тостан продукцияһының сифаты юғары булыуын һәм уның тәбиғи шарттарҙа һәм ошо ерлектә етештерелеүен беләсәк. Беҙҙең барыбыҙға ла күптәнән “пилот һүҙҙәрҙән” ысын эштәргә күсергә ваҡыт,” – ти ул.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

Читайте нас: