ӨФӨ, 2018 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостанда һалым хеҙмәте мөлкәт һалымын түләгән осорҙа эш сәғәттәрен арттырҙы. Инспекциялар эш көндәрендә — иртәнге сәғәт 9-ҙан 8-гә, шәмбе сәғәт 9-ҙан 3-кә тиклем эшләй. Граждандар торлаҡҡа һәм ҡаралтыға, ергә, транспортҡа, килемгә һалымды 3 декабргәсә түләргә тейеш. Быны инспекцияларҙа башҡарырға мөмкин. Әгәр һалым тураһында белдереү ҡағыҙы почта менән килһә, һалымды банкта һәм почтала түләргә була.