Беҙҙең Ҡыйғы
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
23 Ноябрь 2018, 13:24

Башҡортостан торлаҡты реновациялау буйынса пилот проектына инергә ниәтләй

Башҡортостан властары торлаҡты реновациялау — ҡала мөхитен төҙөкләндереү буйынса пилот проектына инергә ниәтләй. Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондында хәбәр итеүҙәренсә, учреждениеның генераль директоры Константин Костенко һәм республиканың ипотека туплау механизмдарын үҫтереү дирекцияһы етәксеһе Евгений Декатов «Рәсәй Федерацияһында торлаҡ фондын реновациялау тураһында»ғы федераль закон проектын тикшереүҙә ҡатнашты.

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостан властары торлаҡты реновациялау — ҡала мөхитен төҙөкләндереү буйынса пилот проектына инергә ниәтләй. Башҡортостандың Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондында хәбәр итеүҙәренсә, учреждениеның генераль директоры Константин Костенко һәм республиканың ипотека туплау механизмдарын үҫтереү дирекцияһы етәксеһе Евгений Декатов «Рәсәй Федерацияһында торлаҡ фондын реновациялау тураһында»ғы федераль закон проектын тикшереүҙә ҡатнашты. Фекер алышыу илдең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Төҙөүселәр союзы комитеттарының берлектәге ултырышында уҙҙы. Тармаҡ белгестәре Рәсәй президентының торлаҡ төҙөлөшө күләмен ҡырҡа арттырыу буйынса «май указ»ын үтәү алымдарын ҡараны.
Республика белгестәрен торлаҡҡа оҙайлы түләүгә һәләтле ихтыяж булдырырға мөмкинлек биргән ипотека-туплау системаһын үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлашырға саҡырҙылар. Был мөһим материал, сөнки төбәктәрҙең финанс мөмкинлектәрен Мәскәү менән сағыштырып булмай.
Аҙаҡтан ҡатнашыусылар илдең бер нисә төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда реновацияның пилот проекттарын әҙерләү тәҡдиме менән Рәсәй Федераль Йыйылышына, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына резолюция ҡабул итте. Ниндәйҙер аныҡ пландар тураһында һөйләргә иртәрәк әле, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында.
Читайте нас: