Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
26 Ноябрь 2018, 13:55

Башҡортостанға юғары технологиялы медицина ярҙамы өсөн йәнә 6,6 миллион һум бирелә

Рәсәй төбәктәренә граждандарға медицина ярҙамы өсөн федераль ҡаҙнанан өҫтәмә 240 миллион һум бүленде. Тейешле бойороҡҡа Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған.

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Рәсәй төбәктәренә граждандарға медицина ярҙамы өсөн федераль ҡаҙнанан өҫтәмә 240 миллион һум бүленде. Тейешле бойороҡҡа Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Башҡортостан 6,68 милион һумлыҡ бюджет субсидияһын ала, ул халыҡҡа мотлаҡ медицина страховкалау программаһына индерелмәгән юғары технологиялы медицина ярҙамын күрһәткәндә сығымдарҙы берлектә финанслауға йүнәлтелә.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы беренсе уҡыуҙа 2019 йылға республика бюджетын раҫланы. Киләһе йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә сығымдар йыйылма бюджетта 74 миллиард һум тәшкил итергә тейеш.

Читайте нас: