ӨФӨ, 2018 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы декабрҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса шәхси консультациялар үткәрә.
3 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тән республиканың Социаль өлкә инновациялары үҙәге етәксеһе Ирина Абрамова «Социаль эшҡыуарлыҡ: бизнес өсөн яңы өлкәләр» темаһы буйынса сығыш яһай.
10 декабрҙә сәғәт 3-тән «Хеҙмәт шарттарына махсус баһа» темаһы буйынса консультацияны «Хеҙмәтте ойоштороуҙың һәм иҡтисади анализдың проект-индереү үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Людмила Рахманғолова уҙғара.
17 декабрҙә сәғәт 3-тән «Советник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Гөлнара Батманова «Һалым һалыуҙы оптималләштереү: мөмкинлектәр һәм хәүефтәр» темаһы буйынса консультация үткәрә.
Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, консультациялар Өфө, Индустриаль шоссе, 44/1, 6-сы павильон, 6-22-се бүлмә адресы буйынса уҙғарыла.
Алдан теркәлеү өсөн телефондар: (347) 264-62-90, 243-38-37. Электрон почта:
[email protected].