Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
30 Ноябрь 2018, 17:13

“КҮҢЕЛГӘ ЯТЫШЛЫ ЭШЕМ БАР”

“Арбаңды ҡыш әҙерлә,” – ти халыҡ мәҡәле. Был көндәрҙә ауыл хужалығы предриятиелары оҫтаханаларында киләһе сәсеүҙә ҡулланыласаҡ техниканы ремонтлау эштәре башлана. Техника деталдәренә һәм быуындарына ҡатмарлы ремонт талап ителмәһә, механизаторҙар был мәсьәләне үҙ аллы хәл итә ала, әммә махсус ремонт эштәрен тәжрибәле белгес ярҙамынан тыш башҡарып сығыу мөмкин түгел тиерлек.

Район үҙәгендә шәхси эшҡыуар Камалтдинов Фәнил Рәүил улының юғары баҫымлы яғыулыҡ насостарын (ТНВД) ремонтлау буйынса цехы ун йыллап уңышлы эшләп килә. Әйткәндәй, Дыуан районынан башҡа, республиканың төньяҡ- көнсығышында башҡа урында был төр эш менән шөғөлләнмәйҙәр.
Оҫтахана элекке Ленин исемендәге колхоздың 2-се бригадаһы гаражының бер корпусында урынлашҡан, эшҡыуар уны ҡуртымға алған. Цех алдындағы машиналар туҡталҡаһы бер ҡасан да буш тормай, был мастерҙың абруйы юғары булыуы хаҡында һөйләй.
– Дизелле двигателдәрҙә яғыулыҡ ебәреү системаһынан, аныҡлап әйткәндә, уның төп өлөшө – юғары баҫымлы яғыулыҡ насосынан да ҡатмарлыраҡ һәм әһәмиәтлерәк быуын юҡ, – тип һөйләй “Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы инженеры О. Ғиниәтуллин. – Уға бәйләнешле деталдәрҙең күп булыуы уны ремонтлауҙы ҡатмарландыра һәм хеҙмәткәрҙән аныҡ механика менән теүәл эшләй белеү оҫталығын талап итә. Махсус диагностика стендынан башҡа ремонт яһау мөмкин түгел. Камалтдиновтың цехы – беҙҙең ауыл хужалығы предприятиелары өсөн ҙур таяныс, шулай уҡ шәхси автотранспорт хужалары ла уға мөрәжәғәт итә.
Шәхси эшҡыуар әйтеүенсә, яҙҙан көҙгә, сәсеү башланғандан алып уңыш йыйыуға тиклем эштәр айырыуса күп. Ярҙамсылары булмағанлыҡтан, уға ваҡыт менән иҫәпләшмәй тир түгергә тура килә. Әммә заказдарҙың күп булыуы был төр хеҙмәт менән 18 йыл шөғөлләнгән Фәнил Рәүил улы өсөн шатлыҡ ҡына. Ул хеҙмәт юлын Калинин исемендәге колхоздың машина-тракторҙар оҫтаханаһында башлаған. Ҡатмарлы ҡорамалдарҙы “дауалау “ серҙәренә уны оҫта Х. Хәмиҙуллин өйрәткән.
– Үҙ эшемде асыуға мин дәүләттән ярҙам көтөп торманым, банктан кредит юлланым һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып алып, башлап ебәрҙем. Эшем миңә ҡәнәғәтлек тойғоһо бирә. Оҫталыҡ һәм тәжрибә етерлек. Һинең эшеңдән заказсы ҡәнәғәт булып ҡайтып китһә, үҙеңә лә күңелле булып ҡала. Шул саҡта кейемеңә һәм ҡулдарыңа солярка еҫе һеңеп бөтөүенә лә, өйгә һуңлап ҡайтырға тура килеүенә лә әһәмиәт бирмәйһең, – тип һөйләй минең әңгәмәсем.
Шуны ла өҫтәп китергә кәрәк, эшҡыуар Түбәнге Ҡыйғы ауылында йәшәй, эшкә көн һайын район үҙәгенә йөрөү уға ҡыйын түгел. “Иң мөһиме – күңелгә оҡшаған эш булыуы,” – ти ул.
Бөгөн байтаҡ белгестәр күрше төбәктәргә эшкә киткәндә, Фәнил Рәүил улы Камалтдинов, киреһенсә, үҙ урынын тыуған районында тапҡан. Бындай алтын ҡуллы, эш рәтен белгән һөнәр эйәләре үҙебеҙҙә күберәк булһын ине!
Н. Тәүәбилов. Автор фотоһы. Һүрәттә: Ф. Камалтдинов эш артында.

Читайте нас: