Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
3 Декабрь 2018, 13:27

Өфөнән көньяҡ сығыу юлында Ағиҙел аша яңы күпер төҙөү 2019 йылдың беренсе кварталында башлана

Өфөнән көньяҡ сығыу юлында Ағиҙел аша ике күпер араһында яңыһын төҙөү 2019 йылдың беренсе кварталында башлана. Эштәрҙең дөйөм хаҡы 3,5 миллиард һумға баһалана.

ӨФӨ, 2018 йыл, 03 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Өфөнән көньяҡ сығыу юлында Ағиҙел аша ике күпер араһында яңыһын төҙөү 2019 йылдың беренсе кварталында башлана. Эштәрҙең дөйөм хаҡы 3,5 миллиард һумға баһалана. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты ултырышында республиканың Транспорт һәм юл төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхмәтйәнов һөйләне.
«Яңы күпер төҙөлөшөн 2021 йылда тамамлау күҙаллана, һәм ул Өфө хакимиәте тейешле конкурс процедураларын үткәргәндән һуң башлана. Икенсе этап — Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫелешендә юл үткәргесте төҙөкләндереү эштәре. Ул алты һыҙатҡа тиклем киңәйтелә», — тип билдәләне Тимур Мөхәмәтйәнов.
Федераль юл агентлығы яңы күпер төҙөлөшөнә 2,5 миллиард һум бүлә. Ошо хаҡта халыҡ-ара транспорт форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың «Росавтодор» етәксеһе Андрей Костюк менән осрашыуында һөйләшеп килешелде.
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе әйтеүенсә, бөгөн ғәмәлдәге ике күпергә йөкләмәне Мәскәү ҡулса автомобиль юлы буйлап хәрәкәт итеү менән сағыштырырға мөмкин. Тәүлегенә күперҙәр буйлап 120 меңдән ашыу автомобиль үтә, сикке коэффициент 30% артып китә. Был ваҡытта Таш кисеү яғында Өфө йылғаһы аша күперҙән тәүлегенә 35 мең автомобиль үтә. Ләкин уҙғарылған тикшереү һәм ағымдағы хәл күрһәтеүенсә, төҙөкләндереүҙе ошо күпергә илткән Пугачев урамынан башларға кәрәк.
«Был эштәргә дүрт миллиард һумдан ашыу талап ителә. Әлегә мәсьәлә ентекле өйрәнелә», — тип билдәләне Тимур Мөхәмәтйәнов.
Читайте нас: