ӨФӨ, 2018 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
2019 йылда «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» билдәһен үҙгәртеү күҙаллана. Ошо хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты ултырышында республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова хәбәр итте.
«Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» бренды камиллаштырыла», — тип билдәләне Гүзәл Аҫылова.
Республикала «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» программаһында 383 етештереүсе ҡатнаша, 11 меңдән ашыу аҙыҡ-түлеккә һәм аҙыҡ-түлек булмаған тауарға билдә ҡуйыла.
Сауҙа селтәрҙәрендә социаль әһәмиәтле тауарҙарҙы ҡуйыуға мониторинг үткәрелә – ул 23 аҙыҡ-түлекте үҙ эсенә ала, улар иҫәбендә һөт, йәшелсә, бакалея, икмәк бар. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты етәксеһе һүҙҙәренсә, республикала етештерелгән тауарҙарҙың иң аҙ өлөшө он һәм макарон изделиелары буйынса күҙәтелә.