ӨФӨ, 2018 йыл, 10 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Ауыл хужалығы өлкәһендә 30 йылдан ашыу эшләгән пенсионерҙар яңы йылдан пенсияға билдәләнгән түләүҙән 25% күләмендә өҫтәмә ала, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы. 2019 йылда билдәләнгән түләү күләме — 5334,19 һум. Өҫтәмәнең күләме 1333,55 һум тәшкил итә.
Был хаҡта «Страховка пенсиялары тураһында»ғы федераль закондың 17-се статьяһында әйтелгән.
Өҫтәмә аҡса тәғәйенләү өсөн Рәсәй Хөкүмәте производстволар һәм һөнәрҙәр исемлеген, өҫтәмә алырға хоҡуҡ биргән эшләү осорон иҫәпләп сығарыу ҡағиҙәләрен раҫлаған.