Беҙҙең Ҡыйғы
+18 °С
Дождь
ИҠТИСАД
12 Декабря 2018, 11:48

Яңы йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 117 һумға арта

Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа 2019 йылдан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен йәшәү минимумы кимәленә — 11 280 һумға еткереү өсөн 117 һумға арттырыу тураһында закон проектын хупланы

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа 2019 йылдан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен йәшәү минимумы кимәленә — 11 280 һумға еткереү өсөн 117 һумға арттырыу тураһында закон проектын хупланы.
Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу 3,7 миллион кешегә ҡағыла, тип билдәләнә аңлатмала, ә бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын йәшәү минимумына тиклем күтәреү дәүләткә 5 миллиард һумға төшә.
Һуңғы тапҡыр хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен быйыл 1 майҙан арттырғайнылар — әле уның күләме 11 163 һум тәшкил итә, тип иҫкә төшөрә «Новая газета».
Читайте нас