РАЙОНДЫҢ ТӨП БАЙЛЫҒЫ – УРМАН. УНЫ АЛДА НИМӘЛӘР КӨТӘ?
Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов йыйылыусыларҙы райондың урман фонды торошо менән таныштырҙы. Ул хәбәр итеүенсә, райондың урман фонды 69149 га йә иһә дөйөм майҙандың 41 процентын тәшкил итә. Ағастарҙың дөйөм күләме – 7400 мең кубометр, ошоноң 4800 мең кубометры – өлгөргән һәм ҡартайған ағастар. Йыл һайын 124 мең кубометр ҡырҡынды бүленә. 2017 йылда 86 мең кубометр ағас йә иһә бүленгән күләмдең 70 проценты әҙерләнгән.
“Районда урман хужалығы яҡшы үҫешкән, ағас эшкәртеү буйынса 44 предприятие бар. 3 даими арендатор эшләй, уларға 15 мең га урман бүленгән, йыл һайын 80 мең га ағас әҙерләнә.
“Д. Хәмзин” шәхси предприятиеһы (Түбәнге Ҡыйғы ауылы), “Ҡыйғы урманы” ЯСЙ-һы яҡшы эшләй,” – тине Шамил Радил улы. Артабан ул ағас эшкәртеү өлкәһендәге инвестицион проекттарға туҡталып китте. “Дүшәмбикә ауылында “Р.С. Кашина” шәхси предприятиеһы тарафынан эске баҙарҙы тәьмин итеү һәм экспортҡа сығыу маҡсатында ағасты тәрән эшкәртеү цехы төҙөлә. Проекттың инвесторы булып “Дуҫлыҡ” ЯСЙ-һы тора (Ҡытай Халыҡ Республикаһы). Тәүге этапта проектҡа 17 миллион һум йүнәлтелгән, предприятиела сеймалға ихтыяж йылына 20 мең кубометр тәшкил итә.
Шулай уҡ элекке “Уңыш” колхозы һәм РТП бинаһы базаһында бысҡы онтағынан пеллет етештереү буйынса инвестицион майҙансыҡ бар,” – тип һөйләне район хакимиәте башлығы.
ТҮҢӘРӘК АҒАСТЫ ҺАТЫУ ТЫЙЫЛАСАҠ
БР-ҙың сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры А. Карпухин 2030 йылға тиклем РФ һәм БР урман комплексын үҫтереү стратегияһы мәсьәләләрен яҡтыртты. “Был стратегия урман сәнәғәтенең конкуренцияға һәләтлелеген күтәреүгә, урман комп- лексының илдең социаль-иҡтисади үҫешенә өлөшөн арттырыуға, тотороҡло һәм ышаныслы идара итеүгә өлгәшеү иҫәбенә урмандарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу, һаҡлау һәм тергеҙеүгә йүнәлтелгән. Төп йүнәлештәр – экспортҡа иҫәпләнгән целлюлоза етештереүҙе үҫтереү, эске баҙар өсөн картон һәм санитар-гигиена әйберҙәре етештереүҙе арттырыу, эске баҙарға һәм экспортҡа иҫәпләнгән төҙөлөш материалдары, фанера-плиталар, мебель етештереүҙе үҫтереү.
2030 йылға ҡарата урман комплексының ил иҡтисадына өлөшөн ярайһы уҡ арттырыу планлаштырыла. Тармаҡ предприятиелары булдырған өҫтәлгән хаҡты 676 миллиард һумға тиклем үҫтереү; урман комплексының эске тулайым продукттағы өлөшөн 0,5 проценттан 1 процентҡа еткереү; бөтә кимәл бюджеттарға һалым инеүен 91 миллиардтан 189 миллиардҡа еткереү күҙҙә тотола.
Был стратегияны тормошҡа ашырыу урмандарға тотороҡло һәм ышаныслы идара итеү, урмандарҙың биосферик ролен һаҡлау нигеҙендә урман комплексы продукцияһына эске ихтыяжды тәьмин итеүсе, конкуренцияға һәләтле тармаҡ булдырырға ярҙам итәсәк,” – ти Алексей Иванович. Уның әйтеүенә ҡарағанда, бөгөн ылыҫлы ағасҡа һорау ҡырҡа кәмегән, ҡайын һәм башҡа йомшаҡ тоҡомдар үтемле. Эске һәм тышҡы баҙарҙа үҙағас эшкәрткәндән һуң ғына һатыласаҡ. Ведомство етәксеһе агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы саралары күрһәтелеүе тураһында ла һөйләп үтте: “Быйылдан ағас эшкәртеү техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алғанда 30% күләмендә субсидия биреү ҡаралған. Беҙҙең республикала Сәнәғәтте үҫтереү фонды булдырылған. Теләүселәргә 7 йылға кредит бирелә, процент ставкаһы йылына 1–5 процент тәшкил итә. Шулай уҡ Төбәк лизинг компанияһы эшләй, унда лизингҡа ҡорамалдар һатып алырға ярҙам итәләр: беҙҙең илдә етештерелгән ҡорамалдар – 6%, сит илдеке 8% ставкаһы менән бирелә.
Күп мәсьәләләр буйынса “Экспорт үҙәге” төбәк бүлексәһе ярҙам итергә әҙер. Беҙҙең республикала 2030 йылға тиклем ҡырҡындыларҙы үҙләштереү күләмен 32,4 проценттан 62 процентҡа еткереү, ә урман продукцияһы экспорты күләмен 5 тапҡырға арттырыу күҙ уңында тотола,” – тип тамамланы үҙ сығышын А. Карпухин.
“КҮПМЕ АҒАС ҠЫРҠҺАҢ, ШУНСА УЛТЫРТ!”
Урман хужалығы министры М. Шәрәфетдинов үҙенең сығышында урман тергеҙеү мәсьәләләренә төп баҫым яһаны.
Республика ярайһы уҡ ҙур урман ресурстарына эйә, ә бына ағас эшкәртеү продукцияһы күп осраҡта башҡа төбәктәрҙән индерелә, тип билдәләне ул. Үҙебеҙҙә продукция етештереүҙе үҫтерергә кәрәк. Ләкин ағас эшкәртеү предприятиеларының сеймал базаһы аҡрынлап кәмей, ә урман төпкөлөнә барып ағас әҙерләү ҙур сығымдар талап итә.
Шул уҡ ваҡытта “Күберәк әҙерләргә – эшкәртергә – аҡса эшләргә” теҙмәһендә “тергеҙеү” звеноһы ла булырға тейеш. Урман ресурстарын алыу ғына түгел, тергеҙеү ҙә мөһим. Урмандарҙы планлы тергеҙеү интенсив файҙаланыу моделенә күсеү булып торасаҡ. Бында стратегик йүнәлеште һайлау “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына тулы кимәлдә тура килә.
Стратегия урман комплексын – уникаль хайуандарҙың, башҡорт бал ҡортоноң йәшәү мөхитен һаҡлау, төбәк бюджетына килем өлөшөн арттырыу кәрәклеген күҙ уңында тота. Республикала “ урман – етештереү – һатыу ” теҙмәһен тулыһынса төҙөү мөһим булып тора. Урман ресурстарын контролләү, иҫәпкә алыу, файҙаланыу системаһы һөҙөмтәлелеген арттырыу, шулай уҡ урмандарҙы һаҡлау, тергеҙеү системаһын интенсивлаштырыу сиктәрендә урман тергеҙеү майҙандарын 1,9 тапҡырға – 24 мең гектарға тиклем арттырыу планлаштырыла.
Урман менән файҙаланған өсөн бюджетҡа түләүҙәрҙең 3,4 тапҡырға үҫеүе эштең һөҙөмтәһе булып торасаҡ. Марат Искәндәр улы әйтеүенсә, ҡуйылған маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн, Министрлыҡ тарафынан урман хужалығына идара итеүҙе камиллаштырыуға йүнәлтелгән проекттар төркөмө бойомға ашырыласаҡ. Стратегия урман файҙаланыу һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, урман территорияларын, кадрҙар һәм фәнде үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы бойомға ашырыуҙы күҙҙә тота.
Урмандар территорияларын үҫтереү “Урман территориялары мониторингы”н үҙ эсенә ала. Был мониторинг урман фонды торошо тураһында оператив һәм теүәл белешмәләр алырға ярҙам итәсәк. Заманса аэро-, космо-һүрәттәр системаһын, пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы файҙаланып, урмандар территорияларын мониторинглау системаһы яңыртыласаҡ һәм автоматлаштырыласаҡ.
“БР территорияһында һаҡлағыс урман һыҙаттарын үҫтереү һәм реконструкциялау” – баҫыу һаҡлағыс һәм юл буйы һыҙаттарын булдырыу, реконструкциялау иҫәбенә ауыл хужалығы ерҙәрен һәм дөйөм файҙаланыу юлдарын кире тәбиғи процестарҙан һаҡлауға йүнәлтелгән.
“Транспорт инфраструктураһын: урман хужалығы тәғәйенләнешендәге юлдар булдырыу һәм модернизациялау” алыҫ ятҡан урман ресурстарын эшкәртеү мөмкинлеген тәьмин итәсәк.
“Хужаһыҙ урмандарҙы үҙләштереү” – хужалыҡ әйләнешенә индереү маҡсатында БР-ҙағы 140 мең гектарҙан ашыу хужаһыҙ урмандарҙы инвентаризациялауға йүнәлтелгән.
“Әйтергә кәрәк, урман арендаторҙарының ағас тергеҙеү эштәрен башҡармауы административ яуаплылыҡҡа килтерә. Урман тергеҙеү мәсьәләләре буйынса улар урындағы лесничийҙарға мөрәжәғәт итә ала. Ағастар ҡырҡылғандан һуң ҡиммәтле ағас тоҡомдары үҫергә тейеш. Тәбиғәттә баланс һаҡланыуы мөһим.
Урман тергеҙеү өсөн техника һатып алыу буйынса шулай уҡ дәүләт ярҙамы саралары күрһәтелә,” – тип аңлатты урман тармағы министры.
“БР-ҙың үҫеш корпорацияһы” АЙ-һының территорияларҙы үҫтереү буйынса директоры И. Каршанов инвестицион проекттарҙы бойомға ашырыуҙың барлыҡ стадияларында – проект концепцияһын әҙерләүҙән башлап бойомға ашырыуға тиклем ярҙам күрһәтелеүе тураһында һөйләне.
Артабан йыйылыусыларҙың һорауҙарына яуаптар бирелде.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ағасты тәрән эшкәртеү предприятиеларында: “Дуҫлыҡ” һәм “Ҡыйғы урманы” ЯСЙ-ларында булды.
Л. Саҙретдинова