Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре эш сәфәре менән Үрге Ҡыйғыла булып китте, уның барышында Республика экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге һәм Мәсәғүт ауылындағы “Россельхозбанк” офисы ҡатнашлығында республиканың Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле, Салауат һәм Ҡыйғы райондарының потенциаль экспортерҙары менән кәңәшмә уҙғарылды.
Кәңәшмә барышында БР-ҙың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Л. Изотова ғәмәлдәге һәм буласаҡ экспортерҙарға күрһәтелгән дәүләт ярҙамы формалары хаҡында һөйләне. Шулай уҡ ул төбәктә экспорт (сит илгә һатыу) эшмәкәрлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар хаҡында хәбәр итте. Башҡортостанда 2018 йылдың ғинуар-октябрь айҙарында тышҡы сауҙа әйләнеше 4,54 миллиард доллар тәшкил иткән, был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 13,4 процентҡа күберәк. Шул ваҡытта экспорт 8,2 процентҡа артҡан. Киләсәктә район эшҡыуарҙары ҡатнаша аласаҡ бизнес-миссиялар, күргәҙмәләр һәм башҡа ярҙам төрҙәре хаҡында Республика экспортҡа ярҙам үҙәге директоры И. Хәлитов һөйләне. Ул экспортерҙарҙы был сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы.
“Россельхозбанк”тың Мәсәғүт ауылындағы өҫтәмә офисы управляющийы Н. Гусев ҡатнашыусылар иғтибарына бизнес өсөн актуаль булған ҡарарҙар тәҡдим итте.
БР-ҙың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты һәм Республика экспортҡа ярҙам үҙәге вәкилдәре сит илгә үҙ продукцияһын һатырға теләгән предприятиеларҙа ла булды. Мәҫәлән, “Дуҫлыҡ” ЯСЙ-һы тәрән ағас эшкәртеү менән шөғөлләнә, төҙөлөш материалдары, үҙағастан изделиелар әҙерләй. Ҡалдыҡһыҙ производство ойошторолған. Киләһе йылда был предприятие Ҡытай баҙарына сығыуҙы планлаштыра.
Р. Мөхәмәтова.