Беҙҙең Ҡыйғы
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Декабрь 2018, 16:10

«Апимондия» инспекцияһына Өфө отелдәре һәм инфраструктура оҡшаған

Умартасылыҡ буйынса «Апимондия» халыҡ-ара конгресының инспекция төркөмө Өфөнөң иҫәп буйынса 47-се конгресты уҙғарыу барышында файҙаланыу ҡаралған инфраструктура объекттары, ҡунаҡхана комплекстары менән танышты.

ӨФӨ, 2018 йыл. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Умартасылыҡ буйынса «Апимондия» халыҡ-ара конгресының инспекция төркөмө Өфөнөң иҫәп буйынса 47-се конгресты уҙғарыу барышында файҙаланыу ҡаралған инфраструктура объекттары, ҡунаҡхана комплекстары менән танышты.
Тикшереүселәр составында — Италияның Бөтә донъя умартасылар ассоциацияһы тарафынан 2021 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында умартасылыҡ буйынса «Апимондия» халыҡ-ара конгресын үткәреү операторы итеп билдәләнгән AIM Group International компанияһы вәкилдәре.
«Апимондия»ның тикшереүселәр төркөмө Өфөнөң конгресс мөмкинлектәрен юғары баһаланы, ҡунаҡханаларҙың уңайлы урынлашыуын билдәләне, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Әмир Ишемғолов. — Беҙ ойоштороу сараларын һәм конгресты уҙғарыуға әҙерлек буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы планды тикшерҙек».
AIM Group International вәкилдәре Башҡорт балы йортонда ла булды.
«Италиянан килгән ҡунаҡтарыбыҙҙы республикала умартасылыҡты үҫтереү тарихы, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең фәнни эштәре менән таныштырҙыҡ, — тип өҫтәне Әмир Ишемғолов. — Башҡортостан балының төрлө төрҙәре, инә ҡорт һөтө, үҙәктең төрлө продукцияһы һәйбәт тәьҫир ҡалдырҙы. Үҫемлектәр һуты, башҡорт балы һәм бейә һөтө нигеҙендә етештергән органик косметикабыҙ уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Косметик продукцияның 10-дан ашыу төрөнөң хаҡы — бер долларҙан кәм. Был уларҙы бик аптыратты».
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2021 йылда Башҡортостан умартасылыҡ буйынса XLVII «Апимондия» халыҡ-ара конгресын ҡабул итә. Республикаға 80 илдән 10 меңгә яҡын ҡатнашыусы килер тип көтөлә.
Быға тиклем умартасылыҡ буйынса Халыҡ-ара конгресын Рәсәй бер тапҡыр ғына ҡабул итте — 1971 йылда форум Мәскәүҙә уҙҙы.
Читайте нас: