Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
20 Декабрь 2018, 16:16

Үҙәк банк яңы йылда нимәнең ҡиммәтләнеүен хәбәр итте

2019 йылда бензинға, тәмәкегә, шарапҡа һәм автомобилдәргә хаҡ арта, тиелә Үҙәк банктың «Аҡса-кредит сәйәсәте тураһында» докладында. Материалды «Известия» гәзите өйрәнде.

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
2019 йылда бензинға, тәмәкегә, шарапҡа һәм автомобилдәргә хаҡ арта, тиелә Үҙәк банктың «Аҡса-кредит сәйәсәте тураһында» докладында. Материалды «Известия» гәзите өйрәнде. Көйләүсенең фаразы буйынса, акциздарҙың үҙгәреүенә бәйле яғыулыҡ һәм тәмәке 4,6% сиктәрендә, алкоголь — 0,9%, ә автомобилдәр 0,2% ҡиммәтләнә. Шуның менән бергә өҫтәлгән хаҡҡа һалымдың үҫеүе нигеҙендә инфляция 4-тән 5-5,5% тиклем арта. Әгәр ошо һалым барлыҡ тауарҙар төркөмөнә йоғонто яһамаһа — аҙыҡ-түлеккә ставка льготалы ҡала, ә бына бензиндың ҡиммәтләнеүе транспортировка өсөн сығымдарҙы йәлеп итә, был иһә бөтә етештереүселәргә лә тиерлек ҡағыла. Шул сәбәпле киләһе йылда көнкүреш техникаһы, электроника, аяҡ кейеме, кейем-һалым һәм транспорт хеҙмәттәре ҡиммәтләнә. Хәүеф төркөмөндә икмәк-ҡалас изделиелары, емеш-еләк һәм йәшелсә-емеш тә бар — уларҙың үҙҡиммәтендә лә ташыуға һәм һаҡлауға сығымдарҙың өлөшө ҙур.
Читайте нас: