ӨФӨ, 2018 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостандың баш ҡалаһында 25 декабрҙә быйыл һуңғы вакансиялар йәрминкәһе була. Унда төҙөлөш ойошмаларының эш урындары менән танышырға мөмкин.
«Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, һөнәрҙәр араһында — автоэлектрик, бетонсы, водитель, урам һепереүсе, инженер, ташсы, түбә ябыусы, маляр, машинист, төҙөлөш эштәре монтажсыһы, эшсе, биҙәкләүсе, балта оҫтаһы, юл эшсеһе, слесарь, токарь.
Йәрминкәлә мәшғүллек өлкәһендә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шулай уҡ һөнәри йүнәлеш, һөнәри белем биреү, мәшғүллектең хоҡуҡи мәсьәләләре буйынса консультация бирелә.
Уҙғарыу урыны һәм ваҡыты – Ибьраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.