ӨФӨ, 2018 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Соликамскиҙа шахталағы янғында ғүмерҙәре өҙөлгән Башҡортостан эшселәренең ғаиләләре 8 миллион һум бер тапҡыр бирелә торған пособие алырға тейеш. Шуның бер миллионын Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса республика түләй, тағы ла бер миллионды улар Социаль страховкалау фондынан ала, 2 миллион һум эш биреүсе —«30-сы төҙөлөш идаралығы» түләй, өс миллионды «Уралкалий» компанияһы (фажиғә уның шахтаһында булған) бүлә. Пермь крайы хакимиәтенән ғаиләләр тағы берәр миллион һум ала.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәширов бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һәләк булғандарҙың ғаиләләре хәҙерге ваҡытта Соликамскиҙа икәнлеге хаҡында һөйләне. Улар менән бергә унда медиктар, психологтар, Өфө һәм Белорет районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә бар.
«Урында уларға бөтә тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә, беҙ улар менән даими бәйләнештә, мәрхүмдәрҙең бәлиғ булмаған балаларын айырым контролдә тотоу, уларға даими, һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү күҙаллана. Балаларға шулай уҡ атайҙарының уртаса эш хаҡы күләмендә айлыҡ пособие түләнергә тейеш», — тине Ринат Бәширов.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәләк булған эшселәрҙең туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Ул Өфө һәм Белорет районы хакимиәттәренә мәрхүмдәрҙең ерләүҙе ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алырға һәм уларҙың балаларына даими ярҙам күрһәтергә ҡушты.
«Алты бала атайһыҙ ҡалды, дүртәүһе – үҫмерҙәр, иң кесеһенә өс кенә йәш. Уларҙың барыһы ла беҙҙең балалар һәм һеҙ уларға тормошта ярҙам итергә тейешһегеҙ», — тине ул.