ӨФӨ, 2019 йыл. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостанда туристар ағымының бер аҙ кәмеүе билдәләнә, был көндәрҙең һалҡын тороуына бәйлелер, моғайын. Яңы йыл каникулдарында «Ирәмәл» тәбиғәт паркынан ошо уҡ исемле тауға 1093 турист артылған, тип хәбәр иттеләр Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһынан. Былтыр был һан 1164 булған.
Мораҙым тарлауығына 58 кеше барған (былтырғы каникулда 200). «Асылыкүл» тәбиғәт паркында, ҡышын балыҡ тоторға яратыусыларҙы иҫәпләмәгәндә, 28 кеше ял иткән. «Ҡандракүл» паркында туристарҙы иҫәпләмәйҙәр, күлдә балыҡсылар ҙа иркен йөрөй.